Ашҡаҙар
-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәнғәт һәм мәҙәниәт
27 Ноябрь 2018, 02:11

Милли йәштәр театры Зәйнәб Биишеваның «Кәмһетелгәндәр» драмаһын ҡуйҙы

М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының рус труппаһы Зәйнәб Биишеваның «Кәмһетелгәндәр» драмаһын ҡуйҙы. Премьера 27 һәм 28 ноябрҙә театрҙың Камера сәхнәһендә була.

Был ваҡиға республиканың 100 йыллығына һәм Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның 110 йыллыҡ юбилейына арнала. Сәхнә әҫәре ижади проекттар өсөн республика субсидияһына ғәмәлгә ашырылды
«Кәмһетелгәндәр» — революция алды йылдарындағы тарихи тетрәнеүҙәр ваҡытында кескәй кешенең үҫеүе хаҡында драма. Ярлы Байгилденең ҡыҙы Емешкә үгәй әсә йортонда бик ҡыйын. Ауыр һынауҙарға ҡарамаҫтан, ҡыҙыҡай үҙенең бәҫен һаҡлай белгән һәм яҡты, тәьҫирләнеүсән, ҡыҙыҡһыныусан бала булып ҡалған. Әҫәрҙә Емеш күҙлегенән һөйөү хистәре һәм социаль тетрәнеүҙәр менән тулы башҡорт ауылының тормошо сағылдырыла.
«Спектакль матур, һутлы телле, фольклор өлгөләренә бай», — тип билдәләнеләр театрҙың матбуғат хеҙмәтендә.
Ҡуйыусы режиссер – Мәсәлим Күлбаев, ҡуйыусы рәссам — Юлиә Ғиләжева, хореограф — Рәмизә Мөхәмәтшина, музыкаль етәксе – Ришат Сәғитов. Емеш ролендә — Зарема Сәйетмәмәтова, Йәнеш – Элина Гусева, Бибеш – Светлана Бронникова, Иштуған – Илгиз Таһиров, Дмитрий Гусев.
Читайте нас: