2018 йылда Мәскәүҙәге «Нәфис әҙәбиәт» нәшриәтендә яҙыусының «Аҙғын тәүбәһе» трилогияһы рус телендә донъя күрҙе. Китап донъяның 25 иленән 300 нәшриәт ҡатнашҡан 31-се Халыҡ-ара китап күргәҙмә-йәрминкәһендә үҙ урынын алды. «Юность» журналының декабрь һанында Рәсәйҙең билдәле әҙәби тәнҡитсеһе Лев Аннинскийҙың Флүр Ғәлимовтың трилогияһына рецензияһы баҫылырға тейеш.
«Башҡорт яҙыусыһы Флүр Ғәлимов Мәскәүҙәге ҙур уңышын дауам итә», — ти филология фәндәре докторы, профессор, танылған рус шағиры Александр Шуралев. Ысынлап та, әҙип быйыл рус әҙәбиәтендә ижади асыш булды: ҙур романдарының тәржемәләре илдең «Юность», «Роман-газета», «Литературная газета» баҫмаларында, шулай уҡ республикабыҙҙың «Ватандаш», «Бельские просторы», «ЛиФФТ» журналдарында баҫылып сыҡты.
«Роман-газета» журналында Флүр Ғәлимовтың «Алтын ҡанатлы Һомайғош» романы донъя күрҙе. Ошо һандың 600 данаһы заказ буйынса Германияға — университеттарға, колледждарға, китапханаларға һәм рус әҙәбиәтен һөйгән немец китап уҡыусыларына оҙатылған.
Шуны билдәләп үтергә кәрәк: башҡорт авторҙарының әҫәрҙәре Рәсәйҙең әҙәби журналдарында 30 йыл буйына баҫылғаны юҡ ине. Быға тиклем 1979 йылда Мостай Кәримдең «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» һәм 1988 йылда «Ярлыҡау» әҫәрҙәре нәшер ителде.
http://www.bashinform.ru/news/1243541-trilogiya-flyura-galimova-pokayanie-nad-propastyu-perevedena-dlya-izdaniya-v-velikobritanii/