Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәнғәт һәм мәҙәниәт
3 Декабрь 2018, 18:44

«Башҡортомдоң 100 йыры» дискы әҙерләнгән

«Башҡортомдоң 100 йыры» дискы менән таныштырыу сараһы була.

Йыйынтыҡ Башҡортостандың 100 йыллыҡ юбилейына ҡарата әҙерләнгән.
Дискты Сибай концерт-театр берекмәһендә ҡатнашыусылар яҙҙырған. 4 декабрҙә Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрындағы концерт ошо диск менән таныштыра.
Альбомда бөтәһе 100 йыр. Проект авторҙары — республиканың атҡаҙанған артисы Айбулат Ҡотошов һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмил Туйсин. Йыйынтыҡ йыр һөйөүселәрҙең коллекцияһын тулыландырып ҡына ҡалмаҫ, ә музыкаль уҡыу йорттары студенттары өсөн файҙалы уҡыу-ҡулланма материалы ла булыр тип ышана улар.
Сара киске сәғәт 7-лә башлана. Сибай концерт-театр берекмәһенең тотош ижади составы ҡатнаша.
http://www.bashinform.ru/news/1245823-v-bashkortostane-sostoitsya-prezentatsiya-diska-100-bashkirskikh-narodnykh-pesen/
Читайте нас: