Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәнғәт һәм мәҙәниәт
7 Декабрь 2018, 01:11

«Урал батыр» эпосына арналған фестивалдә ҡатнашыусылар 42 телдә сығыш яһаны

Өфөлә туғыҙынсы тапҡыр башҡорт халҡының «Урал батыр» эпосына арналған конкурс-фестиваль ойошторолдо. Ул икенсе йыл халыҡ-ара статусында уҙҙы.

Быйыл конкурста 400-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Республика ҡала һәм райондары, Рәсәй төбәктәре һәм бер нисә сит ил уҡыусылары һәм студенттары ил, донъя халыҡтарының 42 телендә сығыш яһаны.


«Конкурс тиҙҙән Өфөлә һәм республикала үтергә тейешле халыҡ-ара кимәлдәге мөһим сараларға әҙерлек барышында уҙғарылды. Улар — 2019 йылда Халыҡ-ара балалар уйындары һәм 2020 йылда VI Бөтә донъя фольклориадаһы. Маҡсатыбыҙ — балалар һәм йәштәр мөхитендә гражданлыҡ һәм этномәҙәни берҙәмлек булдырыу», — тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комитетының матбуғат хеҙмәтендә.


Сараны ойоштороусылар булып Башҡортостан Республикаһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты һәм Башҡортостан социаль технологиялар институты сығыш яһаны. Конкурс республиканың Мәғариф һәм Мәҙәниәт министрлыҡтары һәм Өфө ҡалаһы хакимиәтенең мәғариф идаралығы булышлығында уҙғарыла.

Читайте нас: