Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәнғәт һәм мәҙәниәт
9 Декабрь 2018, 21:42

Йәшлек-шоу 2019

Өфөлә сираттағы “Йәшлек-шоу” фестивале үтте.

Унда йыр-моңға бай башҡорт йәштәре сығыш яһаны. Быйыл беренсе тапҡыр сәхнәгә сыҡҡан егет-ҡыҙҙар өлкәнерәк коллегалары менән бергә йырлау-бейеү бәхетенә генә эйә булып ҡалманы, ә төрлө номенацияларҙа бүләкләнде һәм урындар ҙа яуланы. Шулай итеп, беренсе урында – “Малай-шалай” төркөмө, икенсе урында – Ләйсән Хәлиуллина һәм Диана Шиһапова, өсөнсө урында – Ғәзиз Әхмәтов менән Әҙилә Ҡылова. Ә гран-при иһә Риф Рыҫбаев лайыҡ тип табылды һәм уға бушлай клип төшөрөү, шулай уҡ “Ҡурай” музыкаль телеканалында шул клипы менән балҡыу мөмкинселеге тапшырылды.
Номинацияларға килгәндә, “Йыл йыры” – МС Башта, “Йыл йырсыһы” – Илнур Рамазанов, “Йыл клибы” – RNT, “Йыл асышы” – “Бәхетле” төркөмө, “Йыл төркөмө” – “Zaman”.
Фото “Башинформ” сайтынан.
Читайте нас: