Ашҡаҙар
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәнғәт һәм мәҙәниәт
10 Декабрь 2018, 14:57

Элвин Грей йәнә 8 мең тамашасылыҡ «Өфө-Арена»ны йыйҙы

Өфөлә Элвин Грей йәнә 8 мең тамашасылыҡ «Өфө-Арена»ны йыйҙы. Ул күптәр яратып тыңлаған элекке һәм яңы хиттарын башҡарҙы. Башҡорт һәм татар эстрадаһы йондоҙо тамашасыларҙы сағыу шоу — заманса тауыш, видеоинсталляция һәм сәхнә биҙәлеше менән әсир итте. Концертта шулай уҡ Zainetdin этно-шоу проекты һәм актер, музыкант Стас Ярушин ҡатнашты.
Бынан тыш, артист үҙенең «Элвин Грей» лейблы менән таныштырҙы. Йырсы ошо исем аҫтында парфюмерия һәм кейем-һалым сығарырға ниәтләй. Бер нисә көн элек Ҡазанда ла ошондай ҙур концерт уҙҙы.
Өфө тамашасылары социаль селтәрҙә фотоһүрәттәре һәм тәьҫораттары менән бүлеште. «Elvin Grey проекты презентацияһын һәм 3D шоуҙы ҡарау мөмкинлеге өсөн рәхмәт! Ыңғай хис-тойғолар, беҙҙең яуланған йөрәктәр өсөн», — тип яҙҙы улар. Сергей Лазарев менән Элвин Грейҙың шоуын сағыштырып, концертҡа килеүселәр беренсе урынды беҙҙең йырсыға бирә.
Был юлы Элвин Грей Өфөлә туған мәктәбенә барҙы, ә яҡташы, ғалим Нияз Мәжитовтың хәтер кисәһендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы уны миҙал менән бүләкләне.
Элвин Грей (Радик Юлъякшин) — аранжировкалаусы, композитор, саундмейкер. 2017 йылда Элвин Грей, «Өфө-Арена» залын йыйып, милли эстрада артистары араһында рекорд ҡуйҙы.
http://www.bashinform.ru/news/1248629-v-ufe-elvin-grey-vnov-sobral-8-tysyachnyy-zal-ufa-arena/
Читайте нас: