Ашҡаҙар
+20 °С
Облачно
Сәнғәт һәм мәҙәниәт
11 Декабря 2018, 09:08
Муса Гәрәев исемендәге тарихи-мәҙәни үҙәк булдырылды
Башҡортостанда хәрби летчик, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге тарихи-мәҙәни үҙәк булдырылды. Башҡортостан Хөкүмәтенең тейешле ҡарары республиканың хоҡуҡи-мәғлүмәт интернет-порталында
http://npa.bashkortostan.ru
баҫылған.
Илеш районындағы яңы үҙәк Башҡортостан Халыҡтар дуҫлығы йортоноң филиалы булып тора.
Тарихи-мәҙәни үҙәктәр милли йолаларҙы һаҡлау, милли үҙаңды уятыу өсөн булдырыла. Әлеге ваҡытта республикала ошондай 17 ойошма эшләй.
http://www.bashinform.ru/bash/1249055/
Читайте нас