«Был күптән көтөлгән һәм мөһим Указ. Ниһайәт, геопарк ойоштороу мәсьәләһе ғәмәлгә ашырыла һәм беҙ бер йылдан уҡ ниндәйҙер һөҙөмтәләрҙе күрербеҙ, ниндәйҙер реаль мәсьәләләр хәл ителер. Шулай уҡ «Торатау», «Йөрәктау» тәбиғәт һәйкәлдәренә халыҡ-ара статус биреү мәсьәләһенә нөктә ҡуйылыр. Һис шикһеҙ, бындай осраҡта улар халыҡ-ара кимәлдә яҡлана, сөнки донъяла Торатау кеүек үҙенсәлекле объект юҡ. Был тауҙарҙың төрлөлөгөн һаҡларға мөмкинлек бирә, туризм да үҫешә. Шуныһы ла мөһим: шихандар ҙур мәҙәни әһәмиәткә эйә», — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына танылған геофизик.