«Тәнҡитселәр Зәйнәб Биишеваны «ысынбарлыҡты киң һүрәтләү оҫтаһы» тип атаны, уның китаптары Мәскәүҙә лә, Өфөлә лә ҙур тираж менән баҫылып сыҡты. Зәйнәб Биишеваның китаптарын яратып уҡынылар, республикабыҙ халҡының нисәмә быуыны уның әҫәрҙәрендә үҫте. Беҙ йәштәрҙе башҡорт әҙәбиәте классигының әҫәрҙәрен сәхнәгә күсереп, йәштәрҙе уның ижады менән таныштырырға теләйбеҙ», — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына театрҙың әҙәбиәт бүлеге мөдире Шәүрә Шәкүрова.
Бәләкәй генә балыҡсылар ауылында йәшәгән Юламан ҡарт наҙлы Диңгеҙгә ғашиҡ һәм берҙән-бер ейәнсәре Зөлхизәне сикһеҙ ярата. Бер көндө ауылға бер мосафир килә һәм һәүетемсә генә көн күргән ғаиләнең тынлығын боҙа. Әҫәр мөхәббәт, тоғролоҡ, хыянат, өмөтһөҙлек һәм нәфрәт кеүек көслө хистәр тураһында бәйән итә.
Спектакль «Берҙәм Рәсәй» партияһы булышлығында федераль һәм республика субсидияларына тормошҡа ашырыла. «Мөхәббәт һәм нәфрәт» һәм «Ал елкәндәр» спектаклдәренә финанслауҙың дөйөм күләме 10,5 миллион һумдан ашыу тәшкил итә.
http://www.bashinform.ru/news/1250524-v-ufe-sostoitsya-premera-spektaklya-lyubov-i-nenavist-po-knige-zaynab-biishevoy/