Бөтә яңылыҡтар
Сәнғәт һәм мәҙәниәт
15 Декабрь 2018, 00:05

«Йыл журналисы» исеме өсөн тауыш биреү бара

Башҡортостанда «Матбуғат балы» премияһының төп номинацияһы еңеүсеһе – «Йыл журналисы» өсөн тауыш биреү бара.

Республиканың Журналистар берекмәһендә хәбәр итеүҙәренсә, еңеүселәр ике этапта билдәләнә: тәүҙә медиа өлкә хеҙмәткәрҙәре араһында онлайн тауыш биреү ойошторола һәм иң күп тауыш йыйған биш ҡатнашыусынан Эксперт советы еңеүсене һайлап ала.
Һылтанма буйынса бойондороҡһоҙ интернет-платформала ете көн дауамында онлайн тауыш бирергә мөмкин. Унда редакция хеҙмәткәрҙәре (штаттағы һәм штаттан тыш) генә тауышын ҡалдыра – теркәлгәндә уларға исем-шәрифтәрен һәм эшләгән урынын күрһәтергә кәрәк. Һәр кемдең бер тапҡыр ғына тауыш биреү мөмкинлеге бар, ошо ҡағиҙәләрҙе боҙғандарҙың тауыштары иҫәпкә алынмай.
Тауыш биреү 2018 йылдың 17 декабренә көндөҙгө сәғәт 12-гә тиклем дауам итә. «Йыл журналисы» премияһы 21 декабрҙә Конгресс-холда «Матбуғат балы»нда тапшырыла.
http://www.bashinform.ru/news/1251380-v-bashkirii-idet-golosovanie-za-obladatelya-titula-zhurnalist-goda/
Читайте нас в