Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәнғәт һәм мәҙәниәт
18 Декабрь 2018, 17:19

Уралҡайҙың аҫты – мәрмәр, өҫтө – гәүһәр...

Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе яңынан-яңы әҫәрҙәре менән һоҡландырыуҙан туҡтамай. Был юлы улар өр-яңы форматтағы «Урал легендалары» мюзиклы проекты премьераһы менән таң ҡалдырҙы. Тәү ҡарашҡа башҡорт сәнғәте өсөн бер аҙ ят күренеш булып тойолған тамашаны халыҡ иҫе китеп ҡараны!..

Сценарийҙың авторы тележур-налист, шағирә, драматург Сәрүәр Сурина, ҡуйыусы режиссеры, фи-лармонияның художество етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған сән-ғәт эшмәкәре Лира Фәйзуллина, мюзиклдың композиторы, БР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Урал Иҙелбаев, ҡуйыусы балетмейстеры, БР-ҙың атҡаҙанған артисы Рәмизә Мөхәмәтшина, рәссамы Лилиә Сөләймәнова, костюмдар буйынса художнигы Наталья Степанова, тотош ижади коллектив менән берлектә, монументаль әҫәр барлыҡҡа килтергән.
Урал тауҙарына, халҡыбыҙ тарихына бәйле, башҡорт халыҡ эпостарына нигеҙләнеп яҙылған философик әҫәр тәрән уйҙарға һала. Автор бик ҡыйыу һәм актуаль теманы күтәреп сыҡҡан. Төрлө сәйәси ҡуйыртыуҙарға ҡарамаҫтан, театр-концерт берләш-мәһенең, ошо идеяны тотоп алып, халыҡтың рухи ихтыяжын яҡлап сыға алыуы – үҙе бер батырлыҡ!
Сәғәт ярымдан ашыу барған мюзиклда, һәммәбеҙ ҙә бер бөтөнгә әйләнеп, әкиәт донъяһында гиҙҙек. Әҫәр тетрәндерҙе, һоҡландырҙы, уйландырҙы, ғәжәпләндерҙе... Быға тиклем ғәҙәти йырсы йәки бейеүсе булып сығыш яһаған артистарыбыҙ был юлы тамашасы алдына бөтөнләй башҡа амплуала килеп баҫты. Улар йырлап ҡына ҡалманы – уйнаны, каскадерҙар кимәлендә акробатик трюктар яһаны. Бына шул рәүешле улар ер-һыуҙарыбыҙ ауазын ишеттерҙе. Ниндәйҙер кимәлдә операға тартым, балет элементтарын сағылдырған пластик хәрәкәттәр аша образдарҙы асып бирҙеләр. Нәҡ ошо пластик хәрәкәттәре, трюктары менән мюзикл Флорид Бүләковтың “Онотолған доға”һын хәтерләтеп ҡуя. (Тап ошо спектакль менән бынан егерме дүрт йыл элек Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры популярлыҡ яуланы ла инде. 1994 йылда “Онотолған доға” спектакле өсөн Ф. Бүләков, Г. Ильясова, И.Филиппова Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булды).
Төп партияларҙы артистарыбыҙ Гүзәлиә Татлыбаева (Ағиҙел), Илдар Әбдрәшитов (Турахан батыр), Илдар Рәхимҡолов (Ашаҡ батыр) башҡарҙы. Шулай уҡ сәсән ролен уйнаған Ришат Хәмитов, Гөлназ Иҙрисова (Шаман ҡатын), Ғафуан Фазуллин (Иҙел батыр) һәм Альберт Килмәков сағыу сәхнә образдары тыуҙырҙы. Күмәк сәхнәлә филармонияның һәм бейеү театрының бөтә солистары ҡатнашты һәм уларҙың һәр береһе үҙ ролен тел тейгеһеҙ професиональ юғарылыҡта башҡарҙы.
Сәхнә биҙәлеше, махсус экран ярҙамында бығаса күренмәгән яңы алымдар ҡулланыу; Һыу аҫты батшалығын, Ер аҫты батшалығы донъяһын һүрәтләгән күренештәрҙең бер-бер артлы алмашынып торо-уы; ожмахтай еребеҙҙе хозурлыҡҡа күмеп, ти-рәктәрҙең тирбәлешеп ултырыуы, береһенән-береһе нәфис сәскәләр, күбәләктәрҙең йәнде иркә-ләп осоп йөрөүе – былар барыһы ла ҙур оҫталыҡ менән һын-ландырылды.
Был әҫәр Уралға оран булып яңғыраны. Донъя яралғаны бирле ер-һыуҙарыбыҙға ҡалҡан булып, миллиондарса йылдар ғорур торған тауҙа-рыбыҙ, бөгөн килеп, үҙҙәре яҡлауға мохтаж. “Эй, кешеләр, ғәфләт йоҡоһонан уянығыҙ!” – тип иңрәй-иңрәй халҡыбыҙға өндәшә кеүек улар.
“...Бер тауҙың башына ет-теләр, хәҙер икенсеһенә то-тонмаҡсылар... Ә Ағиҙелебеҙҙе, таланған ҡыҙ хәлендә ҡалған һылыу йылғабыҙҙы алда нимә көтә?! Кешелек тауҙарһыҙ ҡалһа, һыуҙарыбыҙ ҡороһа – ожмахтай еребеҙҙән килер быуындарға ни ҡалыр?!” – бына шундай уйҙарға һала был әҫәр.
Уйлап ҡараһаң, ошо байлыҡтың, гүзәллектә тиңе булмаған еребеҙҙең ҡәҙерен үҙебеҙ ҙә белеп еткермәйбеҙ шул. Заводтар бысратыуы ғына етмәгән, кешеләр үҙҙәре лә тәбиғәт ҡосағында ял итәм тип, артынан күпме сүп-сар ҡалдырып китә. Ә пластик ҡаптар, шешәләр сереп юҡҡа сыҡһын өсөн йөҙәр йылдар ваҡыт кәрәк...
Мюзиклды ҡарағанда, ирекһеҙҙән, Шәйехзада Бабичтың:
“... Уралҡайҙың аҫты алтын,
Өҫтө шиғыр, үҙе нур;
Киләсәктә был ергә
Хоҙай үҙе ҡыҙығыр;
...Уралҡайҙың аҫты – мәрмәр,
өҫтө – гәүһәр...”
тигән шиғыр юлдары иҫкә төшә. Башҡортостанын – Гөлбөстанын, Нурлыстанын йәлләп, шағир рухы ла һыҡтап ҡуйғандай. Яҙыусы Булат ағай Рафиҡов та юҡҡа ғына Башҡортостанды Ғәжәбстан тип атамағандыр!
Был уникаль тамаша таланттар тыуған тупраҡтан ярала тигән хәҡиҡәтте йәнә бер тапҡыр дәлилләне.
Роза ҠОБАҒОШОВА.
Читайте нас: