Йола буйынса, байрамға 780 бала — уҡыу алдынғылары, олимпиада һәм спорт ярыштары еңеүселәре, художестволы үҙешмәкәрлек фестивалдәре лауреаттары килә.
Балаларҙы шат клоундар, шыршы тирәләй флешмоб, яңы йыл фотозоналары, күләмле декорациялар, сағыу костюмдар, 3D-проекция, яңы йыл тамашаһы көтә, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
«Киреһенсә Яңы йыл» тамашаһы көн һайын 2019 йылдың 7 ғинуарына тиклем бара.
http://www.bashinform.ru/news/1253433-na-respublikanskuyu-novogodnyuyu-elku-v-ufu-priedut-780-detey-/