Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәнғәт һәм мәҙәниәт
21 Декабрь 2018, 13:39

Хәбир Сөләймәнов Мәҙәниәт министрлығына ҡарата дәғүәһен кире алды

Хәбир Сөләймәнов Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығына ҡарата дәғүәһен кире алды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, һүҙ танылған боксер, кикбоксинг буйынса донъя чемпионының театр, музыка, хореография, һынлы сәнғәт һәм кинематография өлкәһендәге әһәмиәтле ижади проекттар өсөн республика башлығының миллионлы гранттарын бүлеү менән риза булмауы хаҡында һүҙ барҙы.

Хәбир Сөләймәнов «Башинформ» агентлығына ни өсөн шундай ҡарарға килеүе тураһында һөйләне:
«Башҡортостандың яңы етәксеһе Радий Хәбиров бөтә көстәрҙе бергә тупларға саҡырҙы. Именлек өсөн бергәләп эшләргә кәрәк, ә судлашып йөрөргә түгел. Бөтәһенә лә файҙалы булһын өсөн алтын урталыҡты табыу зарур. Мәғәнәһеҙ бәхәстәрҙе туҡтатырға кәрәк!».
Спортсы әлеге ваҡытта күнекмәләр менән шөғөлләнеүе һәм туризм өлкәһендә яңы проекттар әҙерләүе, әүҙем сәләмәт тормош алып барыуы хаҡында һөйләне. Яңыраҡ Европанан ҡайтҡан, Италияла, Испанияла һәм Францияла булған.
https://vk.com/club62246556?w=wall-62246556_3139
http://www.bashinform.ru/news/1254006-khabir-suleymanov-otozval-svoy-isk-v-otnoshenii-ministerstva-kultury-/
Читайте нас: