Ашҡаҙар
+4 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Сәнғәт һәм мәҙәниәт
29 Декабрь 2018, 20:17

“Ғаилә йылын” оҙатып, “Театр йылын” ҡаршылап

Билдәле булыуынса, 2018 йыл Башҡортостанда “Ғаилә йылы” булды, ә 2019 – Рәсәйҙә “Театр йылы” типиғлан ителде. Ошо ике ваҡиға беҙҙең Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры өсөн бер-береһе менән тығыҙ үрелгән күренештәр, сөнки бында эшләгән талантлы актерҙарҙы, режиссерҙарҙы, етәкселәрҙе өлгөлө ғаилә башлыҡтары, ғаилә тотҡалары тип тә беләбеҙ.Хәйер, беҙ үҙебеҙ ҙә ҙур һәм татыу бер ғаилә бит! Күп һөйләп тормайым, һәләтле артист, өс бала атаһы, уңған ғаилә башлығы Илгиз ӘКИМБӘТОВтан интервью алырға ашығам...

Сәхнәлә бер күренеүе була...

Шулай ҙа һөйләшеүебеҙҙе ғаилә башлығының үҙенән башларға булдыҡ. Башҡорт драма театрының талантлы актеры Илгиз Әкимбәтов – Стәрлебаш районының Үрге Шәкәр ауылы егете.

Артист һөнәренә нисек “тәгәрәнең” тигән һорауҙың яуап башы мәктәпкә барып ялғанды. Ауылдағы мәктәптә, һуңынан Стәрлетамаҡтағы 2-се лицей-интернатында ойошторолған драма түңәрәктәрендә

әүҙем йөрөй һәм тап ошонда үҙенең буласаҡ һөнәренә юл һала. Өйрәтеүселәре лә бынамын тигән булғандыр инде, сөнки егеттәрҙе артист булырға өгөтләп тә әле саҡсаҡ...

Бөтәһе лә бәйләнеп кенә килеп, 1996 йылда тормош юлы Илгизде Өфө дәүләт сәнғәт институтына алып бара. Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театры өсөн әҙерләнгән махсус курста уҡыу бәхетенә ирешә һәм 2000 йылда дипломлы артист булараҡ ҡалабыҙҙа эш башлай.

Беренсе ролен әле һаман хәтерләй Илгиз. Т. Миңнуллиндың “Диләфрүзгә дүрт кейәү” комедияһында (режиссеры – К. Исламғолова) Исмәғил ролен башҡара ул.

Ҡалыплашҡан һорауҙарҙан ҡасып, ниндәй ролеңде йәиһә ролдәреңде яратмай уйнаның тип, туранан-тура һораным артистан. Яуап та ҡыҫҡа булды:

– Бөтәһен дә яратам, бигерәк тә балалар шатланып ҡараған әкиәттәрҙә уйнарға ихласмын, – тине Илгиз. Шулай, ул балалар ярата! Тик образдарға ауырыраҡ инеп китеүе, уны яйлап үҫтереүе, байытыуы, йән

өрөүе тураһында ла йәшермәй актер. Илгиз менән тулыһынса килешәм, бәлки, шуғалыр ҙа сәхнәлә уйнаған һәр роле үҙенсәлекле, хас Илгизсә генә еренә еткерелгән, “тәмле” генә. Халыҡ әйтмейшләй, ҡыланһа ла килешә, йылмайһа ла килешә. Мәҫәлән, Т. Миңнуллиндың “Ай булмаһа, йондоҙ бар” драмаһында Мәҙинәнең ағаһы Исхаҡты уйнауы тамашасыны ғына түгел, хатта көн һайын уны сәхнәлә күреп өйрәнгән коллегаларын да хайран итте. Ул шул тиклем килештереп уйнай, тамашасы изге

төшөнсәләрҙе аяҡ аҫтына һалып тапаған, әсә урынына аҡсаны нығыраҡ үҙ иткән Исхаҡты хатта күрә алмаҫлыҡ хәлгә етә.

2015-2016 йылдарҙағы ижад миҙгелендә театр эсендә ойошторолған бәйгелә “Иң яҡшы йыл актеры” номинацияһында еңеүе – уның талантына ҙур баһа. Шуныһы ҡыҙыҡ, Илгиз Әкимбәтов уйнаған роль шул тиклем уға “йоға”, башҡа кешене уның урынында күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Бәләкәй генә

образын да, ҙурын да берҙәй үк күңел биреп башҡара. Б. Бикбайҙың “Ҡоҙаса”һында бер генә тапҡыр сәхнәлә күренеп китә тигәндәй, әммә тамашасыны шунда ла арбарға өлгөрә!.. Алҡыштар бит алдамай.

Әле яңыраҡ ҡына театрҙа ҡуйылған М. Задорновтың “Килдең, киттең, хуш, байғош!” комедияһында (режиссеры – А. Зарипов) Андрей образын шул тиклем бирелеп уйнаны, хатта тамашасы менән сәхнә араһындағы сик юҡҡа сығып, бер бөтөнгә әйләнде. Тормоштағы кеүек...

Беҙҙең арала ниндәй генә яҙмышлы әҙәмдәр юҡ, әммә улар барыһы ла абынһа ла, аҙашһа ла йәшәүгә хоҡуҡлы. Тик ошо йәшәүҙә Кеше тигән исемгә тап төшөрмәй, берберебеҙгә йөҙ менән боролһаҡ ине...Бына ниндәй уйҙарға алып төшөп китте артистың образға инеүе... Бына шулай ул беҙҙең Илгиз

Әкимбәтов, барыһын да ауыҙына ҡарата!

Хәстәрлекле атай хәстәрлекле ағай ҙа икән!

– Ә “Ғаилә хәле?” – тип һораулы ҡараш ташлауым булды...

– Илназға – 12 йәш, Гөлназға – 10 йәш, Айназға– 1 йәш тә 4 ай, – тип теҙеп тә китте Илгиз. Шул ваҡытта уның күҙендә балҡыған нур сатҡыларын күрһәгеҙ ине! Әсәйҙәр өсөн был хас һыҙат кеүек, ә бына ғорур һәм хистойғоларын бик күрһәтеп бармаған атай күҙҙәрендә ҡәнәғәтлекте күреү икеләтә һөйөнөс уятты.

Кәләше Нурзиләне лә йыраҡтан эҙләмәй Илгиз, үҙҙәренең ауылынан ете саҡырымда ғына ятҡан Һарайҫа (халыҡ атамаһы) ауылынан әйттерә. Әйткәндәй, йәштәрҙе таныштырған да, ҡауыштырған Стәрлетамаҡ

була. Матур ҡала, йәшлек ялҡыны, тәүге һөйөү – былар барыһы ла ғаилә башланғысына юл ала. Ул замандарға хас булғанса, ике яҡта ла гөрләтеп туй яһайҙар һәм быйыл бергә йәшәүҙәренә 15 йыл үтеп

тә киткән. Һоҡланабыҙ, ғорурланабыҙ, өлгө алабыҙ!

Илгиз Ишмырҙа улы менән һөйләшә торғас, уның төрлө рецептар табып бик тә тәмле итеп бешереүен, бер туған тырыш, ныҡышмал ике ҡустыһы булыуын да белдем. Һәм... иртә генә атайһыҙ ҡалған Илгиздең

кесе туғандарына терәк-таяныс булыуын аңлағас, был шәхесте бөтөнләй икенсе яҡтан да астым. Хәстәрлекле атай хәстәрлекле ағай ҙа икән!

Яңы йыл ишек шаҡырға әҙерләнгәндә

Илгиз Ишмырҙа улының әйткән теләктәрен дә һеҙгә еткереүем менән сикһеҙ ҡәнәғәтмен:

– Балалар шатлығында һәм донъя тыныслығында йәшәйек, һәр кемдең күңеле изгелек һәм сафлыҡ менән тулһын, сәләмәтлектән Хоҙай айырмаһын! – тип тамамланы ул һүҙен. Шулай булһын, бәрәкәт менән килһен йылыбыҙ!

Ә Илгиз Әкимбәтовҡа, талантлы егетебеҙгә, маҡтауға лайыҡ, тамашасы үҙ иткән актерыбыҙға, хәстәрлекле ғаилә башлығына яңынан-яңы ролдәр һәм барлыҡ хыялдарының тормошҡа ашыуын теләйбеҙ.


Гөлдәр СОБХАНҒОЛОВА, театрҙың әҙәбиәт бүлеге етәксеһе.

Эльдар ФӘТТӘХОВ фотоһы.
Читайте нас: