Ғәҙәттәгесә, ижади бәйге эстрада ижады өлкәһендә өс айырым конкурсты үҙ эсенә ала — вокал (солистар һәм коллективтар), хореография һәм вокаль-инструменталь ансамблдәр. Ҡатнашыусыларға икешәр конкурс әҫәрен әҙерләргә кәрәк. Әгәр элек ҡатнашыусылар 16-35 йәш категорияһында сығыш яһаһа, хәҙер иһә эстрада вокаль коллективтары һәм бейеү коллективтары өсөн сиктәр киңәйтелде (14 йәштән алып), ә вокаль-инструменталь коллективтар өсөн йәш сикләүе юҡ.
Конкурсанттарҙы профессиональ жюри баһалай, улар араһында Пермь крайы, Силәбе һәм Ырымбур өлкәләре вәкилдәре бар. Фестиваль барышында оҫталыҡ дәрестәрен ойоштороу ҡаралған. Сараның финалы — ике сағыу гала-концерт.
Конкурс йәш һәләтле йырсыларҙы һәм ижади коллективтарҙы асыҡлау һәм уларға ярҙам итеү маҡсатында уҙғарыла. Ойоштороусылар — Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге һәм Бөрө районы хакимиәте.
Ғаризалар kreshmorozy2019@mail.ru, gukrcnt@mail.ru электрон адресына 2019 йылдың 23 ғинуарына тиклем ҡабул ителә. Тулыраҡ мәғлүмәт өсөн телефон: 8 (347) 289-66-96, 8-905-355-44-20.
http://www.bashinform.ru/news/1259182-festival-kreshchenskie-morozy-otkroet-konkursnyy-sezon-v-bashkortostane/