Ашҡаҙар
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәнғәт һәм мәҙәниәт
11 Ғинуар 2019, 13:47

«Балаларға байрам ойоштороу – ҙур эш ул» — Леонид Рошаль Өфөләге «Аксаков шыршыһы» тураһында

Кисә тотош республиканан 294 бала Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрына сағыу байрамға йыйылды — Өфөлә тәүгә «Аксаков шыршыһы» уҙҙы. Һаулыҡ мөмкинлеге сикле, ауыр ғаилә хәлендә ҡалған балалар, хәрби хәрәкәт ветерандарының балалары өсөн хәйриә акцияһы һөйөү менән әҙерләнгәйне. Уларҙың күптәре был көндө театрға тәүге тапҡыр аяҡ баҫты.

Байрам шыршы тирәләй яңы йыл тамашаһынан башланды. Балалар театрҙың Грек залында Ҡыш бабай, Ҡарһылыу, Ҡар королеваһы, йыл символдары — Хрюша һәм Барбос менән күңелле мини-спектакль ҡараны. Мария театры солисы, Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡов балалар менән бергә шыршы тураһында барыһына ла яҡшы таныш яңы йыл йырын башҡарҙы. Артист бөтәһе өсөн генә түгел, ә һәр кем өсөн йырланы, үҙенең кескәй тамашасыларын йылы сәләмләне: кемдеңдер ҡулын ҡыҫты, кемдеңдер башынан һыйпаны.
«Бындай акциялар тәү сиратта өлкәндәр, ата-әсәләрҙән тыш, балалар өсөн кәрәк. Беҙ быны исем өсөн түгел, ә ысын күңелдән ойошторабыҙ», — тине йырсы.
Әйлән-бәйләндән һәм Ҡыш бабай менән иҫтәлеккә фотоға төшкәндән һуң балаларҙы залға саҡырҙылар. Бында улар өсөн «Голос. Перезагрузка» проекты финалсыһы Рушана Вәлиева йырланы һәм абруйлы ҡунаҡтар — республика етәксеһенең хәләл ефете Каринэ Хәбирова һәм билдәле балалар табибы, Милли медицина палатаһы президенты, кисектергеһеҙ балалар хирургияһы һәм травматологияһы ғилми-тикшеренеү институты президенты Леонид Рошаль сәләмләне.
«Һеҙгә «Афарин!» тип әйтергә генә ҡала. Йөҙ йыл элекке йоланы тергеҙеү һәм изге күңелле кешеләрҙе — балаларға байрам ойоштороу өсөн аҡса йыйған эшҡыуарҙарҙы табыу — ҙур эш ул. Мин быны биләмәлә һәм унан ситтә лә таратыр инем, һеҙҙән өлгө алырға кәрәк, — тине Леонид Рошаль. — Байрамды уҙғарыу өсөн байтаҡ эш башҡарған Каринэ Владимировна кеүек кешеләрҙең булыуы бик һәйбәт. Ҙур «Аксаков шыршыһы» һәм тотош республикала «Аксаков шыршыҡайҙары» булыр тип уйлайым.
Каринэ Хәбирова «Аксаков шыршыһы» идеяһы өсөн Киров районы башлығы Динар Хәлиловҡа һәм Өфө опера театры тарихын һөйләгән генераль директор Ильмар Әлмөхәмәтовҡа рәхмәт белдерҙе.
«Беҙ ошо акцияны йыл һайын ойошторорға булдыҡ. Ғәҙәти, ҙур республика шыршыларына бара алмаған балаларҙы саҡырабыҙ. Уларҙың әкиәт донъяһына эләгеүен һәм персонаждар менән аралашыуын, шатлыҡ һәм яңы импульс алыуын теләйбеҙ», — тине журналистарға Каринэ Хәбирова.
Байрамда балаларға «көмөш ирекмәндәр» һәм Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты курсанттары ярҙам итте. Сара «Аксаков шыршыһы»ның йәш ҡатнашыусыларына бүләктәр тапшырыу менән тамамланды.
http://www.bashinform.ru/news/1259373-sdelat-detyam-prazdnik-eto-bolshoe-delo-leonid-roshal-ob-aksakovskoy-elke-v-ufe-/
Читайте нас: