Мониторинг системаһын Плеханов исемендәге Рәсәй иҡтисад университеты менән берлектә ведомствоның Бөтә Рәсәй ғилми-тикшеренеү институты төҙөнө. Тәүге өс вакансия асыҡ сығанаҡтар, шул иҫәптән «Работа в России» сайты мәғлүмәттәре нигеҙендә билдәләнде.
Уҙған йылда бухгалтерҙар өсөн — 131 мең самаһы, һөнәри белем биреү уҡытыусылары өсөн — 101 мең, мәктәпкәсә белем биреү уҡытыусылары өсөн 96 меңдән ашыу вакансия урынлаштырылды тип хәбәр ителә.
Бынан алда эксперттар 2019 йылда иң кәрәкле һөнәрҙәрҙе атаны. Аналитиктар iOS һәм Android өсөн мобиль ҡушымталар әҙерләүселәргә, мобиль интерфейс дизайнерҙарына, һынау белгестәренә һорауҙың артыуын көтә. Эксперттар фекеренсә, ағымдағы йылда ла мәғлүмәттәр аналитиктарына һорауҙың артыуы дауам итә.
http://www.bashinform.ru/news/1263709-mintrud-nazval-samye-vostrebovannye-professii/