Ашҡаҙар
-14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәнғәт һәм мәҙәниәт
23 Ғинуар 2019, 12:32

Радий Хәбиров CIOFF президенты Филипп Боссан менән 2020 йылғы Фольклориадаға әҙерлекте тикшерҙе

22 ғинуарҙа Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Халыҡ-ара фольклор фестивалдәре һәм традицион сәнғәт ойошмалары советы президенты Филипп Боссан менән осрашты. Осрашыуҙа CIOFF-тың Рәсәй милли секцияһы президенты, В.Д. Поленов исемендәге Рәсәй Халыҡ ижады йорто директоры Тамара Пуртова, Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары ҡатнашты.

Яҡтар 2020 йылда Башҡортостанда үтергә тейешле Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек барышын тикшерҙе, тип хәбәр иттеләр республика башлығының матбуғат хеҙмәтендә.
«Халыҡ-ара фольклор фестивалдәре һәм традицион сәнғәт ойошмалары советының киләһе Фольклориаданы Өфөлә уҙғарырға хәл итеүе — республикабыҙ ҙур хөрмәт. Башҡортостандың ҙур, етди халыҡ-ара саралар ойоштороу тәжрибәһе бар. Был йәһәттән бөтәһе лә килеп сығырға тейеш, – тине Радий Хәбиров. – Фольклориадаға әҙерләнә башланыҡ, төп майҙансыҡтарҙың ҡайҙа буласағын яҡынса аңлайбыҙ. Дөйөм алғанда, республикабыҙҙа 10 майҙансыҡ булдырыу күҙаллана. Эш план режимында алып барыла. Һеҙҙе ҡыйын хәлдә ҡалдырмаҫбыҙ».
Республика етәксеһе Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2020 йылды Халыҡ ижады йылы тип иғлан итергә ниәтләүен иҫкә төшөрҙө.
«Был да Фольклориаданы юғары кимәлдә уҙғарырға мөмкинлек бирер тип уйлайым», – тине Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы.
Филипп Боссан CIOFF-тың эшмәкәрлеге һәм 2020 йылғы Фольклориадаға әҙерлек барышы тураһында һөйләне.
«Былтыр октябрҙә Өфөлә Бөтә донъя CIOFF конгресын уҙғарҙыҡ, унда яҡынса 55 ил ҡатнашты. Ләкин ул саҡта 200 генә кеше килде, ә Фольклориадаға 2 500-ләгән ҡатнашыусы көтәбеҙ, – тине CIOFF президенты. – Беҙҙең сараға йыл ярым ҡалды, һәм мин артабанғы емешле хеҙмәттәшлеккә өмөтләнәм».
Журналистар менән аралашҡанда Филипп Боссан бөгөнгә Фольклориадала донъяның 70-тән ашыу иленән ҡатнашырға теләк белдереүҙәрен билдәләне.
2020 йылда Башҡортостанда ойошторолған Фольклориада тураһында бында уҡығыҙ.
http://www.bashinform.ru/news/1263855-radiy-khabirov-vstretilsya-s-prezidentom-cioff-filippom-bossanom/
Читайте нас: