Ашҡаҙар
-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәнғәт һәм мәҙәниәт
25 Ғинуар 2019, 13:58

“ТЕАТР – ТАЛАНТТАР ТӨЙӘГЕ”

2019 йыл – Рәсәйҙә “Театр йылы”тип иғлан ителде һәм ул Башҡортостанда ла киң билдәләнелә. Ошо уңайҙан Абдулҡадир Инан исемендәге милли китапханала Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры артистары менән “түңәрәк өҫтәл” уҙҙы. Республикабыҙ театр сәнғәтендә мөһим урын алып тор-ған Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры артистары менән күҙгә-күҙ ҡарап һөйләшеүҙе китапхана мөдире Нәзифә Иҫәнғужина ойошторҙо.

“Театр – таланттар төйәге” тип исем-ләнгән «түңәрәк өҫтәл»дә Стәрлетамаҡ ҡала башҡорттары ҡоролтайы, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте, “Етегән” һәм “Ағинәйҙәр” ойошмаһы вәкилдәре, БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы уҡы-тыусылары һәм студенттары, Республика сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы, мәктәп уҡытыусылары, балалар баҡсалары тәрбиәселәре, яҙыусылар ойошмаһы ағзалары һәм урындағы журналистар ҡатнашты.
Осрашыуға килеүселәрҙең һорау-ҙарына Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең башҡорт дра-ма театры режиссеры Зиннур Фәрит улы Сөләймәнов, талантлы артистар – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ләйсән Кәримова, Марат Зөбәйеров, Фәнил Ҡарасурин, әҙәбиәт бүлеге етәксеһе Гөлдәр Собханғолова яуап бирҙе.
Театр йылындағы яңылыҡтар, пландар, ҡуйыласаҡ спектаклдәр тураһында Зиннур Фәрит улы бәйән итһә, тамашасыларҙың яратҡан артисы Марат Зөбәйеров образдар өҫтөндә нисек эшләүен ҡыҙыҡлы итеп һөйләне. Театрыбыҙҙың тәүге ҡарлуғастарының береһе Ләйсән Кәримова Спартак Ильясовтың «Биғылый» романы буйынса ҡуйылған спектаклдең премьераһында башҡарған үҙенсәлекле ролен нисек тыуҙырыуы хаҡында һөйләне, ә йәш актер Фәнил Ҡарасурин Шәйехзада Бабичтың шиғырҙарын яттан һөйләп барыһын да таң ҡалдырҙы.
Башҡорт театрының тоғро тамаша-сылары театр репертуарындағы спектаклдәргә ҡарата иң йылы һәм ихлас һүҙҙәрен еткерҙе. Бигерәк тә “Ашҡаҙар” (М.Буранғолов), “Биғылый” (С.Ильясов) спектаклдәре буйынса һөйләшеү ҙур ҡыҙыҡһыныу менән барҙы.
Ғөмүмән, Стәрлетамаҡ драма театры артистары бер кемде лә битараф ҡалдырмай. Матур театр мөхитендә ҡолас йәйеп ижад итәләр. Афарин! Артабан да тик уңыштар ғына йылмайһын артистарыбыҙға! Театр йылы барыһына ла тик шатлыҡтар ғына өҫтәһен!
Гөлдәр СОБХАНҒОЛОВА,
театрҙың әҙәбиәт бүлеге етәксеһе.
Читайте нас: