Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәнғәт һәм мәҙәниәт
31 Ғинуар 2019, 12:00

Башҡорт ҡурсаҡ театры төҙөкләндереүгә әҙерләнә

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры төҙөкләндереүгә әҙерләнә.

Театр директоры Альберт Имаметдинов Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышында уҙған «Башҡортостан Республикаһында театр эшмәкәрлеген ҡануни яҡтан көйләү проблемалары тураһында» түңәрәк өҫтәлендә ошо турала белдерҙе.
«Быйыл театр 2019-2024 йылдарҙа «Мәҙәниәт» милли проектына инеү өсөн документтар йыя һәм архитектура проектын әҙерләй», — тип хәбәр итте театр етәксеһе.
Уның һүҙҙәренсә, кесе зал, театр кафеһы, ҡурсаҡтар музейы һәм интерактив балалар студияһы менән төкәтмә төҙөү күҙаллана. Төҙөлөш эштәре барышында театр янындағы биләмәне лә матурлау ҡаралған.
1976 йылда һалынған Өфө ҡурсаҡ театры физик яҡтан да, мораль яҡтан да иҫкергән. Дүрт тиҫтә йылдан ашыу инде бинаға бер тапҡыр ҙа капиталь ремонт эшләнмәгән, йыһаздар 80 процентҡа иҫкергән.
Шуға ҡарамаҫтан, театр тамашасыларҙы сағыу һәм заманса спектаклдәр менән ҡыуандыра. Башҡортостандың халыҡ шағирының бер быуатлыҡ юбилейына әҙерләнгән «Мостай Кәрим. Яҡындағы офоҡ» тигән яңы спектакль — быға дәлил. Проект «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Театрҙар — балаларға» программаһы булышлығында тормошҡа ашырылды, ярҙамдың суммаһы 4 миллион һум самаһы тәшкил итте.
http://www.bashinform.ru/news/1267009-bashkirskiy-teatr-kukol-gotovitsya-k-rekonstruktsii/
Читайте нас: