Милли проект сиктәрендә 2024 йылдың аҙағына мәҙәниәт өлкәһендәге 1800 белем учреждениеһын уйын ҡоралдары, ҡорамалдар һәм уҡыу материалдары менән йыһазландырыу, 500 ауыл мәҙәниәт-ял итеү объекттарын төҙөү, реконструкциялау йәки капиталь ремонтлау, ауыл ере өсөн 600 автоклуб һатып алыу күҙаллана.
Федераль бюджетта 2019 йылға һәм 2020, 2021 йылдарҙың план осорона «Мәҙәниәтте һәм туризмды үҫтереү» дәүләт программаһы сиктәрендә 2013-2020 йылдарға ил субъекттарына ошо маҡсатҡа субсидиялар ҡаралған.