Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәнғәт һәм мәҙәниәт
13 Февраль 2019, 14:45

Башҡортостандың Сәнәғәтте үҫтереү фонды бер йылда 1 миллиард һумдан ашыу инвестиция йәлеп иткән

Башҡортостандың Cәнәғәтте үҫтереү фонды уҙған йылда республиканың сәнәғәт етештереүенә 1 миллиард һумдан ашыу инвестиция йәлеп иткән, тип белдерҙе фонд директоры Әнүәр Кәримов.

Фонд республикала 2017 йылдан алып эшләй һәм Рәсәй Федерацияһының Сәнәғәтте үҫтереү фонды системаһына инә.
Уның төп бурысы — яңы юғары технологиялы продукция етештереүгә, конкурентлыҡҡа һәләтле производство булдырыуға, техник яңыртыуға һәм модернизацияға йүнәлтелгән проекттарҙы берлектә финанслағанда льготалы займдар биреү.
«Фонд йылына 1%, 3% һәм 5% ставка менән биш йылға 5-тән алып 100 миллион һумғаса маҡсатлы займдар бирә», — тип билдәләне Әнүәр Кәримов.
Уның һүҙҙәренсә, ойошмаларға займдар проекттар экспертиза үткәндән һуң бирелә.
Башҡортостан өсөн биш йылға тиклем 10-дан 100 миллион һумғаса финанслау күләмен күҙ уңында тотҡан «Төбәк», «Энергияны һаҡлау» һәм «Стратегия» программалары әҙерләнгән.
Льготалы заём финанслауы алдынғы технологиялар индереүгә, производствоны яңыртыуға, яңы конкурентлыҡҡа һәләтле һәм юғары технологиялы продукция булдырыуға йүнәлтелгән проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн бирелә. Тармаҡтар буйынса сикләүҙәр ҙә бар. Мәҫәлән, фонд сеймал табыу һәм яғыулыҡ әҙерләү сәнәғәтен, атом энергетикаһын, аҙыҡ-түлек етештереүҙе һәм башҡаларҙы финансламай.
Төбәк фонды 2017 йылда булдырылды, быға тиклем займдар илдең Сәнәғәтте үҫтере фонды аша килде.
Финанслауға ғаризаны ҡарау өсөн проектты Башҡортостандың Сәнәғәтте үҫтереү фонды сайтында тапшырырға мөмкин.
https://vk.com/club62246556
http://www.bashinform.ru/news/1272408-fond-razvitiya-promyshlennosti-bashkirii-privlek-za-god-bolee-1-mlrd-rubley-investitsiy-/
Читайте нас: