Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәнғәт һәм мәҙәниәт
13 Февраль 2019, 14:31

Республикала Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премиялар тапшырылды

Башҡортостандың Күгәрсен районында 2018 йыл өсөн Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премиялар тапшырылды.


Премияға лайыҡ булыусылар: Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, филология фәндәре докторы, профессор Ғәли Сәйетбатталов (үлгәндән һуң) — З.Биишеваның исемен һәм ижадын пропагандалағаны һәм популярлаштырғаны, әҫәрҙәренең ижади үҙенсәлеген фәнни, тәрән өйрәнгәне, йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләгәне өсөн; педагогик хеҙмәт ветераны Ғәлиә Әлимғужина — З.Биишеваның исемен һәм ижадын пропагандалағаны һәм популярлаштырғаны, халыҡ яҙыусыһының хәтерен мәңгеләштереүгә, йәш быуынға эстетик тәрбиә биреүгә индергән өлөшө өсөн; район Мәҙәниәт һарайының бүлек мөдире Альбина Григорьева — З.Биишеваның ижадын популярлаштырыуға һәм пропагандалауға индергән өлөшө өсөн.


Лауреаттарҙы Күгәрсен районы башлығы Ғайса Янбаев, Башҡортостандың Яҙыусылар берекмәһе рәйесе Зәки Әлибаев, З.Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте директоры Илһам Йәндәүләтов тәбрикләне.


Зәйнәб Биишева — Башҡортостандың беренсе халыҡ яҙыусыһы, прозаик, шағирә, драматург, тәржемәсе, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты. Уның исемендәге премия йыл һайын тапшырыла.

Читайте нас: