Ашҡаҙар
-8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәнғәт һәм мәҙәниәт
14 Февраль 2019, 15:15

«Арғымаҡ» төркөмө Сәғүд Ғәрәбстанында Халыҡ-ара фестивалдә Башҡортостан исеменән сығыш яһай

9-19 мартта Сәғүд Ғәрәбстаны Короллегенең Эр-Рияд ҡалаһында Король Абдул Азиз исемендәге «CamelFestival» барышында «Күсмә халыҡтар донъяһы» халыҡ-ара этнофестивале уҙғарыла. Сарала башҡорт этно-музыкаһы ла яңғырай. «Арғымаҡ» төркөмө этно-музыка һәм этно-хит номинацияларында иң яҡшы башҡарыусы исеме өсөн көрәшә.

«Саҡырыу уҙған йылдың аҙағында уҡ башҡорт артистарының Ҡырғыҙстанда «Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындары»нда сығышынан һуң килде. «Арғымаҡ»ты сараның ҡунағы итеп саҡырҙылар, ләкин музыканттар конкурс программаһында сығыш яһарға теләк белдерҙе. Бына бер нисә ай инде «Арғымаҡ» фестивалгә үҙенсәлекле һәм мауыҡтырғыс программа әҙерләй», — тип хәбәр иттеләр Башҡорт дәүләт филармонияһынан.
Донъяуи форумда этнобейеү, этнобаҙар (биҙәү-ҡулланма ижады күргәҙмә-йәрминкәһе), сәсәндәр сәнғәте (эпостар, легендалар), үҙенсәлекле жанр (уйындар, трюк элементтары) кеүек номинацияларҙа ла еңеүселәр билдәләнә.
Ижади бәйгенең шарттарына ярашлы, һәр илдең вәкилдәре сәнғәттең сәхнә, уйын, кәсепселек төрҙәрендә халыҡтың тарихын, мәҙәниәтен һәм көнкүрешен сағылдырған милли программа тәҡдим итергә тейеш. Һәр делегация 15-20 минутлыҡ биштән күберәк концерт программаһы әҙерләй. Еңеүсегә аҡсалата премия, «Күсмә халыҡтар донъяһы» халыҡ-ара этнофестиваленең махсус бүләге һәм дипломы тапшырыла.
«Арғымаҡ» төркөмөнөң яңы программаһын өфөләр 2 мартта «Башҡортостан» дәүләт концерт залында тамаша ҡыла ала. Төркөм концертын үҙенең 10 йыллыҡ юбилейына арнаған.
http://www.bashinform.ru/news/1273239-gruppa-argymak-predstavit-bashkortostan-na-mezhdunarodnom-festivale-v-saudovskoy-aravii/
Читайте нас: