Ике мәҙәни усаҡ бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөшә, уңыштары менән уртаҡлаша, ауырлыҡтарҙы бергә күтәрә. Шулай уҡ театрҙар араһында тағы бер йола бар: улар бер-береһенең сәхнәһендә спектаклдәр менән дә уртаҡлаша. Мәҫәлән, 19 февралдә беҙҙекеләр Салауатҡа “Биғылый” менән бара икән. Тимәк, ул көндө салауаттар ҙа тарихҡа бер ҡараш ташлаясаҡ, геройҙар менән күңелдәрендә тетрәнеүҙәр кисерәсәк, тормоштоң ҡәҙере тураһында уйланасаҡ...
Әйткәндәй, шул уҡ көндө Салауат башҡорт драма театры иһә Стәрлетамаҡ сәхнәһендә уйнай. Улар Эсфир Йәһүҙиндың “Көтмәгәндә булған хәл” исемле әҫәре буйынса Илдар Вәлиев ҡуйған комедия алып килә икән. Ролдәрҙе Риза Мәһәҙиев, Нәүфилә Яҡупова, Фәтих Ҡолһарин, Рафаэль Ғәйнуллин, Рәмзиә Мәҡсүтова башҡара. “Биғылый”ҙа һөйөү, тоғролоҡ, ғаилә ҡиммәттәре драматик күренештәр аша сағылһа, бында юмор һәм сатира аша ошо төшөнсәләрҙе барлайһың.
“Театр йылы”нда ғына түгел, гел шулай күрше-ара ҡатышып йәшәргә яҙһын.