Ашҡаҙар
+5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәнғәт һәм мәҙәниәт
15 Февраль 2019, 13:10

Ғорурланырлыҡ театрыбыҙ бар!

2019 йыл ил күләмендә “Театр йылы” тип иғлан ителде. Ошо уңайҙан ҡалабыҙҙың төрлө ойошмаларында, учреждениеларында актерҙар, режиссерҙар һәм башҡа театр әһелдәре менән берлектә “түңәрәк өҫтәлдәр”, осрашыуҙар уҙғарыла.

Театр йылына арналған сираттағы “түңәрәк өҫтәл” артындағы һөйләшеү күптән түгел Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһендә бар-ҙы. Бөгөнгө милли театр ул нин-дәй булырға тейеш? Хәҙерге заман тамашасыһын нимә ҡыҙыҡһындыра? Театрға халыҡ ниңә аҙ йөрөй? – “түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашыусылар бына ошо көнүҙәк һорауҙарға яуап эҙләне.
Был мөһим сарала театр-концерт берләшмәһе директоры Харис Әбдрәхимов, директор урынбаҫары Илһам Рәхимов, театрҙың художество етәксеһе Айҙар Зарипов, режиссер Зиннур Сөләймәнов, әҙәбиәт бүлеге мөдире Гөлдәр Собханғолова, театр артистары; ҡалабыҙҙың уҡыу йорт-тары ғалимдары, тел белгестәре, уҡытыусылар, ағинәйҙәр, китапхана хеҙмәткәрҙәре, төрлө һөнәр эйәләре, журналистар һ.б. ҡатнашты.
Һәр нәмә лә сағыштырыу аша беленә тигән хәҡиҡәт бар. Сарала ҡатнашыусыларҙың күбеһе, моға-йын, уйҙар менән театрҙың үткән юлын, тарихын барлағандыр. Әгәр театр асылған алыҫ та, яҡын да 90-сы йылдарға күҙ һалһаҡ, унда ҡуйылған спектаклдәр менән хәҙергеләре араһында ғына түгел, ә, бәлки, шул йылдарҙағы тамашасы менән хәҙергеһе араһында ла ҙур айырма барлығын аңлайбыҙ. Эйе, шул уҡ кешеләр, әммә ләкин заман ағышы менән бергә беҙ, үҙебеҙ ҙә һиҙмәҫтән, үҙгәрәбеҙ. Донъяға ҡараштарыбыҙ, рухи ихтыяждарыбыҙ хәҙер башҡаса. Тимәк, халыҡтың милли үҙаң, фекерләү ҡеүәһе лә бер урында тормай, үҫешә тигән һүҙ.
Кем нисек уйлағандыр, мин үҙем, мәҫәлән, ошо сарала ҡатнашыуыма һөйөнөп, шундай көслө театрыбыҙ булған өсөн ғорурлыҡ тойғоһо кисереп ултырҙым. Ни өсөн тигәндә, был сара фекерҙәрҙең төрлөлөгө һәм тәрәнлеге менән тап 80-се йылдар аҙағында, 90-сы йылдар башында гөрләп уҙған халыҡ үҙәге йыйылыштарын хәтерләтеп ҡуйҙы. Тик айырма шунда: ул йылдарҙа ҡалала нисек итеп башҡорт театры асырға тигән һорау торһа, бөгөн иһә беҙҙең алдыбыҙға нисек итеп ошо театрҙы һаҡлап алып ҡалырға, нисек итеп тамашасыны йәлеп итергә тигән мәсьәләләр килеп баҫты.
Сара юғары кимәлдә уҙҙы. Театр һөйөүселәр, актерҙар, режиссерҙар, сәнғәт әһелдәре менән ҡара-ҡаршы ултырып, бөгөнгө ваҡытта килеп тыу-ған, милләтебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе борсоған мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләште. Әлбиттә, тәнҡит һүҙҙәре лә яңғырамай ҡалманы. Уныһын да ҡабул итә белергә кәрәк. Сөнки, нисек кенә булмаһын, тәнҡиттән башҡа үҫеш юҡ.
Һүҙ ҙә юҡ, ул йылдарҙан бирле театр ныҡ үҫеште, ул әленән-әле юғарыраҡ үрҙәр яулай, режис-серҙарыбыҙ эҙләнә, береһенән-береһе сағыу, ҡыйыу темаларға тонона, артистарыбыҙ тел тейгеһеҙ профессиональ юғарылыҡтан сығып эш итә. Театрыбыҙ коллективы донъя кимәленә сығарырҙай сәхнә әҫәрҙәре тыуҙыра.
Ә бит ҡасандыр ҡалабыҙҙа башҡорт театры асыуҙы тормошҡа ашмаҫтай хыял ғына тип уйлай инек... Рауил Ниғмәтуллин, Вил Ғүмәров ағайҙар, Зөбәржәт Йәнбирҙина апай күрһә бөгөнгө театрҙы, нисек шатланыр ине! “Түңәрәк өҫтәл”дең түр башында ултырырға тейешле аҡһаҡалыбыҙ, яратҡан драматургыбыҙ Кәбир Аҡ-башев ағай ҙа юҡ бөгөн арабыҙҙа. Шуныһы үкенесле: улар менән бергә тотош дәүер китә. Нишләйһең инде, был фани донъяларға беребеҙ ҙә мәңгегә килмәгәнбеҙ шул.
Уның ҡарауы, театр менән бер-гә, ошо спектаклдәр ерлегендә тәр-биәләнгән, сәнғәтте, мәҙәниәтте яҡшы аңлаған, уларҙың эшен дауам итерҙәй көслө рухлы быуын үҫеп етте! Мәҙәниәтебеҙ мәккәһе булырҙай, ғорурланырлыҡ театрыбыҙ бар!
Өс сәғәт буйына барған эшлекле һөйләшеүҙе бер бәләкәй генә мәҡәләгә һыйҙырыу мөмкин түгел. Ә иң мөһиме, ул ихлас шарттарҙа үтте. Сарала ҡатнашыусылар “Театр һөйөүселәр клубы” эшен артабан да йәйелдерергә тигән теләктә таралышты. Халыҡ тап шундай осрашыуҙарға һыуһаған.
Роза ҠОБАҒОШОВА.
Читайте нас: