Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәнғәт һәм мәҙәниәт
15 Февраль 2019, 13:08

Рәсәй мәктәптәре программаһына мәҙәни нормативтар индерергә йыйыналар

Рәсәй мәктәптәренең уҡыу программаһына илдең Мәҙәниәт һәм Мәғариф министрлыҡтары мәҙәни нормативтар индерергә йыйына. Был хаҡта Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Владимир Мединский Сочиҙа Рәсәй инвестиция форумы барышында белдерҙе, тип хәбәр итә ТАСС.
«Әле Мәғариф министрлығы менән берлектә ведомство-ара проект өҫтөндә эшләйбеҙ. Ул «Уҡыусы өсөн мәҙәни нормативтар» тип атала. Уның идеяһы — уҡыу программаһына мәҙәни компоненттар индереү», — тине Мединский.
Тимәк, уҡыусылар йылына билдәле бер һандағы күргәҙмәләргә, музейҙарға, спектаклдәргә йөрөргә һәм бер нисә яҡшы фильм (башлыса илебеҙҙекен) ҡарарға тейеш. Мединский билдәләүенсә, һуңынан улар «махсус булдырылған ҡағыҙ йәки электрон көндәлектә» үҙҙәренең тәьҫораттары менән уртаҡлашырға бурыслы.
http://www.bashinform.ru/news/1273662-v-programmu-rossiyskikh-shkol-vnesut-kulturnye-normativy/
Читайте нас: