«Заман саҡырыуҙарына һөҙөмтәле яуапларға мөмкинлек биргән төп ресурстар — кешеләр. Шуға күрә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырыу Мәҙәниәтте үҫтереү стратегияһының төп индикаторы булып тора. Рәсәй Федерацияһы Президентының май указдарын тормошҡа ашырыу буйынса системалы эш һөҙөмтәһендә хеҙмәт хаҡы үҫешенең ыңғай динамикаһын теркәйбеҙ», — тип билдәләне мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ведомство коллегияһы ултырышында.
Сарала яңғыраған мәғлүмәттәргә ярашлы, 2018 йылда мәҙәниәтте үҫтереүгә йүнәлтелгән тупланма бюджеттың күләме артҡан. Ул 8 миллиард 983 миллион һум, йәки 4,2% тәшкил иткән (2017 йылдың кимәленә үҫеш 24% йәки 1 миллиард 735 миллион һум).
http://www.bashinform.ru/news/1276703-v-bashkortostane-srednyaya-zarplata-rabotnikov-kultury-v-2018-godu-sostavila-30337-rubley/