Ашҡаҙар
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәнғәт һәм мәҙәниәт
26 Февраль 2019, 12:37

Рух асылы нимәлә?

Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең “Ашҡаҙар” эстрада фольклор төркөмө “Рух асылы” тип аталған театрлаштырылған тамаша әҙерләй. Ошо уңайҙан сценарийҙың авторы, ҡуйыусы режиссеры, данлыҡлы сәсәниә Розалия Солтангәрәева менән әңгәмә ҡорҙоҡ. Хәйер, һүҙебеҙ бер тамаша тирәләй генә барманы.

– Розалия Әсфәндиәровна, тамашаның исеменән үк күренеүенсә, ул бик тәрән мәғәнәгә эйә. Ни өсөн фәҡәт ошо темаға мөрәжәғәт итергә булдығыҙ?
– Беренсенән, был сәхнә әҫәре Башҡортостандың йөҙ йыллығына арнала. Унда барыһы ла халыҡ рухына, халыҡ хәтеренә таяна. Рух темаһы – бөгөнгө глобалләшеү заманында үтә лә актуаль тема. Ил тотҡаһы, кеше булмышының нигеҙе – Рух. Рухы бөтһә – Ил дә бөтә... Беҙҙең ижади алым – халыҡ ижадынан тамаша ҡороу, тимәк, унда милли рух, йөрәк таҙалығы, ҡот көсө ярылып ята тигән һүҙ. Шуға ла асылын юғалта барған өммәткә үҙенең матурлығын, батырлығын, үтә лә хисле, оло йөрәкле йырсы, илен яратыусы, милләтен яратыусы халыҡ итеп күр-һәтеүҙе маҡсат итеп ҡуйҙым. Халыҡҡа фәҡәт үҙ ижады аша үҙен яңынан танытыу кәрәк. Күп йылдар халыҡ ижады менән эшләү шундай мөмкинселек бирә миңә. Был тамаша – әҙер миф, легенда, әкиәтте стилләштереү түгел, унда бер ниндәй уйҙырма юҡ. Барыһы ла – халыҡ тормошонан килгән күренеш. Һәр бер тамашасы: “Был бит минең ижадым, мин бит ошондай халыҡтың балаһы, ниндәй бөйөк икән дә минең Илем, Ерем, Халҡым!”, – тип һоҡланыу, ғәжәпләнеү, ғорурлыҡ тойғоһо кисерергә тейеш. Был әҫәр – бер тапҡыр ҡарап ҡайтыу өсөн түгел, ә үҙенә ысынбарлыҡта йәшәйәсәк яңы аҡыл, тәжрибә алырға, ныҡ борсоған һорауҙарына яуап табырға мөмкинселек бирә. Битарафлыҡ – яман билге. Был тамашала ошо си-фаттан ваз кисеүгә ойотҡо һалына. Һиҫкәндерә торған һорауҙар һәр шәхесте уйландыра. “Мин – башҡорт, булмышым ниндәй?”, “Асылым, ҡеүәтем ниндәй?”, “Үҙ милләтемә хыянат итмә-йемме?”, “Башҡорт үҙ иленә, байрағына лайыҡмы?”, “Ерен яратамы?”, “Башҡортомдо яратам!” – тигәне лә ярата беләме?” – тигән һорауҙарға яуап эҙләй торғас, ошо идея килеп тыуҙы. Маҡсатым – халыҡҡа шул булмышты еткереү. Тамашаның ғәмәли-практик яғы бар, функцияһы бар. Халыҡҡа үҙе тураһында үҙ ижады аша һөйләү. Унда тамашасы ҡайһы саҡ үҙе Ижадсы булып китә... Рухһыҙ кеше ҡурҡаҡ була, тимәк, ҡол. Ә башкорт – изге йәнле, ихлас, саф йөрәкле ғорур кеше, ирекле зат. Ул ошо хәҡиҡәтте күреп, үҙе өсөн ҡыуанып, илап, йырлап, ант яңыртып ултырыр, иншааллаһ!
– Тамашала халыҡ ҡарашын сағылдырған ниндәй образдар бар?
– Башҡортта, берәй кешегә Хызыр Ильяс күренһә, был кешегә юл күрһәтә, фатиха бирә, ҡотҡара, ишара була, тигән аҡыл, һынау бар. Сценарийҙың нигеҙендә ошондай идея ята.
Тамашаны ошоңарсы халыҡҡа ишетелмәгән йә һирәк башҡарылған халыҡ йырҙары, көйҙәр, һамаҡтар, бейеүҙәр менән төҙөнөм. Оҙаҡ йылдар буйы йыйылған хазинамды ышаныслы ижадсыларға тапшырам тип уйлайым... Программа ошо булмышы менән дә – изге аманат ул! Үҙем ижад иткән һамаҡтар, ҡобайырҙар башҡарылыр...
– Халыҡтың ауыҙ-тел ижадын тәрән өйрәнгән ғалимә, филология фәндә-ре докторы, үҙегеҙ ҙә ҡобайырҙар ижад итеп, шул ҡобайырҙарҙы бө-төн камиллығында, нескәлегендә үҙегеҙгә генә хас аһәң менән яңғы-ратҡан сәсәниә булараҡ, һеҙҙең исемегеҙ халыҡҡа яҡшы таныш. Ә бына ошо фольклор әҫәрҙәре ерлегендә ҡабатланмаҫ сәхнә әҫәр-ҙәре тыуҙырған сценарийҙар авторы, көслө режиссер-ҡуйыусы булараҡ, ижадығыҙ ҡасан юл ярҙы?
– Режиссерлыҡ һәләтемде асыуҙа күренекле режиссер, аҫыл шәхестәрҙең береһе Рифҡәт Исрафиловҡа бик рәхмәтлемен. Ул миңә ҙур сәнғәт донъяһында йөҙөп йөрөп эшләргә фати-ха бирҙе. Мөхәмәтша Буранғоловтың “Башҡорт туйы”нда, йола, халыҡ ижады күренештәрен ҡуйыусы булараҡ ҡына түгел, хатта Халыҡ рухы ролен башҡарыуҙы ла үҙемә ышанып тапшырып ҡуйҙы. Шулай итеп, бер юлы спектаклдә фольклор эпизодтарын ҡуйыусы ла, ғилми консультант та, һәм махсус роль башҡарыусы булараҡ та, оло сәхнәгә сыҡтым. Һәр хәлдә Халыҡ Рухы ролен беренсе башҡарып, театр тарихында ҡалдым.
– Сәсәниә, оҫта ҡобайырсы булараҡ, һеҙҙең исем төрки, Урта Азия, Европа халыҡтары донъяһында ла киң танылыу тапты...
– 1992 йылда “Туғанлыҡ” фестивалендә Мөхәмәтша Буранғоловтың “Башҡорт туйы” спектаклендә “Башҡорт халҡының тиңдәшһеҙ рухы”н оҫта башҡарғаным өсөн махсус призға лайыҡ булдым. Ошо спектакль менән Ҡазанға, Мәскәүгә барҙыҡ һәм һәр ерҙә бик яратып ҡабул иттеләр. Ҡаҙағстанда «Йырау сәнғәте һәм төрки халыҡтарының эпик традициялары» ғилми-ғәмәли конференцияһы сиктәрендә ойош-торолған «Йыр ҡанатындағы тарих» исемле ҙур концертта сығыш яһап, башҡорт теленә илдәр һоҡланыуын арттырҙым.
– Халыҡ ижадына шундай сикһеҙ, оло һөйөү ҡайҙан килә? Ошо тиклем көслө рухтың тамырҙары тәрәндә яталыр...
– 1981 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтын бөткәндән һуң ике йыл эшләгәс, Тарих, тел, әҙәбиәт институтына аспирантураға килдем. Бында мин йәнем, рухым эҙләгәнде таптым. Етәксе уҡытыусым Ғайса Хөсәйенов булды.
Сәсәнлек, рухлылыҡ беҙҙә нәҫелдән киләлер... Мин үҙем сығышым менән Әлшәй районынан. Атайым да, әсәйем дә затлы ырыуҙан. Инәйем (беҙҙә әсәйҙе шулай тиҙәр) – математика уҡытыусыһы, ғәләмәт матур йырлай ине, атайым –тарих уҡытыусыһы, Силәбе педагогия институтын бөтөп, мәктәп директоры, оҙаҡ йылдар колхоз рәйесе булды. Уның ғәҙеллеге, көслө, баш бирмәҫ ғорур холоҡло булыуы тураһында әле лә халыҡ һоҡланып һөйләй. Һуғыштан ике ҡулында ла өсәр бармағын юғалтып, башында мина ярсығы менән ҡайтты, әммә гар-мунда уйнауын ташламаны... Нәнәйем (өләсәйем) Ғәрифә биш ауылға мулла булған мәшһүр Әхмәтйән ҡартатайым-дың ҡыҙы (Себер ебәрелгән,1999 йылда аҡланған), ул бик күп мөнәжәттәр көйләп әйтер ине. Бына шундай батыр рухлы, ырыҫлы, ижади мөхиттә үҫтем. Күрәһең, “Рух” һүҙе – бында ла мөһим һүҙ. Башҡорт халҡы фольклорына ингән йола, эпос, йыр, сәсәнлек, мөнәжәттәр, уйын, бейеү, әүлиәләр мираҫына, башҡорт көрәшенә арналған күләмле монографияларым донья күрҙе. Ғилми хеҙмәттәремдә “Рух” һүҙе ғүмер буйына төп йүнәлеш биреүсе булды. Сәсәндең Ил алдында, Ер алдында яуаплылығын да ошо изге һүҙ етәкләй бит. Үҙеңдән алда иң элек Ил Рухын, халыҡ яҙмышын күтәрергә тейешһең, шул хәҡиҡәтте уйламаһаң, һин сәсән була алмайһың. Ошо сәсәнлекте вазифа итеп ҡабул иттем. Ошо вазифалыҡ хисе мине вәсвәсәнән, мин-минлектән, ваҡлыҡтан, яман һүҙ әйтеүҙән, үҙ башҡортом таш атһа ла – башты эймәүҙән аралай, халыҡҡа хеҙмәт итергә әйҙәй! Был миссияны мин дан итеп алманым, тәғәйенләнешем шул. Тамашаға килгән бер кеше лә битараф ҡалмаҫ, тим.
– Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт! Артабан да халҡыбыҙға Рухи ҡалҡан булып, ил түрендә Ил инәһе булып халыҡҡа хеҙмәт итергә яҙһын!
Роза ҠОБАҒОШОВА әңгәмәләште.
PS: Театр һөйөүселәрҙе 28 февраль киске сәғәт 7-лә Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһе залында буласаҡ “Рух асылы” тамашаһында көтөп ҡалабыҙ. Рәхим итегеҙ, дуҫтар!
Читайте нас: