бейеүсе итеп танытҡан Рәил Лоҡманов
профессиональ бейеү сәнғәтендәге
ижади эшмәкәрлеген 1993 йылда
Стәрлетамаҡ дәүләт филармонияһының
Бейеү театрында башлай. Профессиональ
ансамблдә эш башлауы менән Рәил
Лоҡманов үҙенең остазы Рәсәйҙең
атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Нияз
Әхмәт улы Байегетовҡа рәхмәтле.
Бар йөрәген һалып, сәхнәләрҙе иңләп,
осоп йөрөп бейегән Рәил Лоҡманов тиҙ
арала тамашасының һөйөүен яулай.
Бигерәк тә “Порт Артур”, “Бөрйән
егеттәре”, “Башҡорт казактары”, “Йылға
буйында”, “Юрғалар” бейеүҙәре менән
халыҡты ошо сәнғәткә арбай. Ә “Кис
ултырыу”, “Өс бажа”, “Казактар” хореографик композициялары иһә көслө
алҡыштарға күмелә. Күңелендә рух, халҡыбыҙ мәҙәниәтенә тоғро хеҙмәт итергә
теләге булған Рәил Рәис улы кеүек кеше
генә халыҡтың маҡтауына лайыҡтыр ул.
“Бейеү – йөрәгең тибешен, һулышың
ҡайнарлығын, хистәрең ярһыулығын
һүҙһеҙ еткереү”, – тигән был илаһи
сәнғәттең ҡөҙрәтле көсө хаҡында берәү.
Һәр һүҙе үлсәүле, ғәжәйеп ипле, сәхнә
өсөн генә яратылған Рәил Лоҡмановҡа
ҡарата әйтелгән төҫлө... Үҙе хаҡында
һөйләргә яратмаған ир-егеттең
булмышын уның матур эше бәйән итә.
Ниндәй көслө энергетика бейеүселә! Ошо
күркәм сифаттары уның бейеүҙәрендә
сағыла ла инде. Сәхнәгә уның килеп
сығыуы була, шунда уҡ бейеүсенең
ыңғайына күңелеңдән бейей башлайһың,
Рәил Лоҡманов, ҡыҙы Лиана менән
берлектә, Стәрлетамаҡта биш йылдан
ашыу балаларҙы милли бейеү серҙәренә
өйрәтә. “Торатау” тип исемләнгән балалар
хореография ансамбле ҡалабыҙҙа, хатта
республика күләмендә уҙғарылған оло
тамашаларҙа ҡатнаша, төрлө кимәлдәге
бейеү бәйгеләрендә урындар яулай.
Балалар өс төркөмдә шөғөлләнә – кемдер
саҡ бейергә өйрәнә, кемдер ике-өс
йыл йөрөй, биш йыл буйы ансамблдә
йөрөүселәр ҙә бар. Иң өлкән бейеүсегә
15 йәш булһа, иң кесеһенә 3 кенә йәш.
Әйткәндәй, бәләкәй ҡыҙы Әҙилә лә
“Торатау”ҙар сафында ата-әсәһенең юлын
Йылдан-йыл милли бейеүҙәрҙән
торған репертуарҙы байытыуға әүҙем эш
алып барыла. Рухи мөхитте һәм милли
сәнғәтте үҫтереүгә ҙур өлөш индергән
ансамбль етәксеһенең эше был йәһәттән
“Ябайлыҡта – бөйөклөк” тигән
һүҙҙәрҙең мәғәнәһенә Рәил Рәис
улы Лоҡманов кеүек кешеләр менән
аралашһаң, нығыраҡ төшөнәһең. Ул –
беҙҙең берләшмәнең бер аҫыл ташы,
яҡты нур һибеп тороусы маяҡ кеүек. Бер
ваҡытта ла бер кемгә лә ауыр һүҙ әйтмәҫ,
ниндәй генә ауыр ваҡыттары булғанда ла,
ысын ир-егеттәргә генә хас, күрһәтмәҫ,
ә эргәңдән йылмайып үтер. Һәр ваҡыт
ярҙамсыл, ихлас, тырыш һәм намыҫлы ул.
Киләсәктә яратҡан бейеүсебеҙгә иҫәнлекһаулыҡ, көтөлмәгән шатлыҡтар һәм
яңынан-яңы уңыштар теләйбеҙ. Һеҙҙең
кеүек көслө рухлы ир-егеттәр булғанда,
тормошобоҙ байрам кеүек булыр.