Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Радий Хәбировтың башланғысы менән 2020 йыл Рәсәйҙә Халыҡ ижады йылы тип иғлан ителәсәк

Был турала ил парламентының юғары палатаһындағы "Рәсәй субъекттары сәғәте" ултырышында Федерация Советы Рәйесе Валентина Матвиенко белдерҙе. "Беҙ Радий Хәбировтың 2020 йылды Рәсәйҙә Халыҡ ижады йылы тип иғлан итеү башланғысын күтәреп алдыҡ. Ул 2020 йылда Башҡортостанда уҙасаҡ халыҡ-ара кимәлдәгә ҙур сара - Фольклориада менән тура килеп тора", - тине Валентина Матвиенко.

Билдәле булыуынса, Фольклориада киләһе йыл 18 июлдән 1 авгусҡа тиклем үтә. Башҡортостандың барлыҡ ҡала һәм райондарын үҙ эсенә алған сарала донъяның биш ҡитғаһынан вәкилдәр һәм 100-ҙән ашыу коллектив ҡатнашыуы көтөлә.
Әйткәндәй, фольклориаданы уҙғарыуҙа республикаға федераль үҙәк тә ярҙам итсәк. Был турала Федерация Советында үткән Башҡортостан көндәрендә билдәләнде. Һәм был ил ҡаҙнаһынан алынған ярҙамдың бер бәләкәй өлөшө генә. Башҡортостан вәкилдәре республика тарихында беренсе тапҡыр үткәрелгән сараға миллиардтарса һумға баһаланған проекттар пакеты сығарҙы.
Шаршамбы Федераль Йыйылыштың юғары палата ағзалары эш урындарына бер аҙ һуңларға мәжбүр булды. Сөнки Федерация советы фойеһындағы ғәҙәти булмаған күренешкә иғтибар итмәй үтеп китеү мөмкин түгел ине. Сенаторҙарҙы үҙенең сихри композициялары, ҡурай моңо менән "Йатаған" төркөмө ҡаршы алды. Хеҙмәткәрҙәр көн дауамына етәрлек позитив энергия тупланы.
Шулай ҙа Башҡортостан йыр-моң иле генә түгел. Ҡурай тартып ҡына сәк-сәк баллы булмай. Ә ул беҙҙә бик тә татлы. Республиканың иҡтисади, сәнәғәт ҡеүәте Федерация Советындағы Башҡортостан көндәренә әҙерләнгән күргәҙмәлә сағылыш тапты.
Ә үҫеш киләсәге өмөтлө. Федерация Советындағы Башҡортостан көндәренә республика байтаҡ проекттар сығарҙы. Башланғыстар йөҙәр миллиондар, хатта миллиардтар менән баһалана. Торлаҡ- коммуналь комплекста мәҫәлән, канализация ҡоролмаларын төҙөкләндереүҙә ярҙам һоралды. Айырыуса, Белорет ҡалаһында йыуынты һыуҙарҙы таҙартыу мәсьәләһе киҫкен тора. Торбаларҙың иҫкереүе арҡаһында тәбиғәткә, халыҡтың сәләмәтлегенә лә шаҡтай ныҡ зыян килтерелә.
Федерация советының социаль сәйәсәт буйынса комитеты ултырышында республикалағы дүрт һаулыҡ һаҡлау учреждениеһын төҙөүҙе финанслау тәҡдиме индерелде. Сенаторҙар республикала кардиология, онкогемотология, инновациялы дауалау үҙәген сафҡа индереүҙә ярҙам буласағын белдерҙе. Ә инде Башҡортостанда балалар баҡсалары менән мәсьәләһен хәл итеү алымы иһә тотош Рәсәй өсөн өлгө тип танылды.
Иң күләмле проекттар иҡтисади сәйәсәт буйынса комитет ултырышында ҡаралды. Юлдар төҙөлөшө өсөн генә Башҡортостанға 359 миллиард һум аҡса талап ителә. Республика "Транспорт системаһы үҫеше" дәүләт программаһында ҡатнашып сығымдарҙың 59 миллиард һумын федераль үҙәктән ҡапларға иҫәп тота. Ә бына Ишембайҙа махсус иҡтисади зона төҙөү тураһындағы проект сенаторҙарҙы айырыуса ҡыҙыҡһындырҙы.
Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса комитеты ауылға ҡайтыусы йәштәргә, үҙ эшен башлаусы фермерҙарға ярҙам күләмен арттырыуҙы һорай. Юғиһә, сиратта тороусы белгестәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү өсөн тиҫтәләгән йылдар талап ителәсәк.
Федерация советында Башҡортостан көндәре сиктәрендә халыҡ-ара проекттар ҙа ҡаралды. Башҡортостан Бөтә донъя фольклориадаһын уҙғарыу өсөн федераль үҙәктән аҡса алмай. Әммә сенаторҙар күләмле сараларҙы үткәреүҙә Башҡортостандың яңғыҙын ҡалдырмаясағын белдерҙе.
Парламенттың юғары палатаһы рәйесе Валентина Матвиенко башланғыстарҙы тормошҡа ашырыу өсөн һәр яҡлап та ярҙам итәсәген белдерҙе.
Иң мөһиме был проекттар ҡаралғанда профилле комитеттар эшендә хөкүмәт ағзалары, финанс блок өсөн яуап биреүсе ведомство вәкилдәре лә ҡатнашты. Тимәк, улар өсөн Башҡортостан тәҡдим иткән проекттар, мөрәжәғәттәр яңылыҡ булмаясаҡ һәм уларҙы тормошҡа ашырыу ваҡыты күпкә ҡыҫҡарасаҡ, тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан көндәренең эшлекле өлөшөнән һуң Федерация Советы ағзалары менән Башҡортостан вәкилдәре спорт майҙанында осрашты. Яҡтар футбол һәм волейболда көс һынашты. Ике спорт төрөндә лә беҙ еңелдек. Юрый ғына. Еңелеүгә үпкәләп килешелгәнде кире ҡағып ҡуймаһындар тип. Ә федераль ярҙам тураһындағы һуңғы документтар 21 мартта ҡабул ителергә тейеш.
https://vk.com/club62246556
https://bash.news/news/92052_radij_xbirovty_bashlanysy_menn_2020_jyl_rsj_xaly_izhady_jyly_tip_ilan_itelsk?lang=bash
Читайте нас: