Баҫма универсаль төбәк энциклопедияһы булып тора. Унда Башҡортостан, уның тарихы, Рәсәйҙә һәм донъяла биләгән урыны һәм роле тураһында мәғлүмәттәр тупланған. Энциклопедияла төп иғтибар республиканың төрлө йылдарҙағы ижтимағи-сәйәси һәм социаль-иҡтисади хәленә йүнәлтелгән.
Китап ике бүлектән тора. Беренсеһенә төбәктең тарихын, Башҡортостандың сәйәси, социаль-иҡтисади һәм мәҙәни тормошон сағылдырған күҙәтеү очеркы индерелгән. Икенсе бүлек алфавит тәртибендә урынлашҡан төшөнсәле һәм биографик мәҡәләләрҙе үҙ эсенә ала.
Энциклопедия рус һәм инглиз телдәрендә әҙерләнгән, 1800-ҙән ашыу мәҡәлә ингән. Баҫмала 2100-ҙән күберәк иллюстрация һәм 70-тән артыҡ карта бар. Энциклопедияның күләме — 145,6 иҫәп-нәшриәт табағы.
Энциклопедияның баш мөхәррире — Башҡортостан Республикаһының Фәндәр академияһы президенты Әлфис Ғаязов, яуаплы мөхәррире — «Башҡорт энциклопедияһы» нәшриәте директоры Уйылдан Сәйетов.