Үткән йылдың аҙағында Балалар әҙәбиәте антологияһының III томы донъя күрҙе. Ул хронологик тәртиптә Фәтхелҡадир Сөләймәнов менән Ибраһим Ҡыпсаҡ әҫәрҙәренән башлап, урта быуын яҙыусыларының һәм әҙәбиәтебеҙҙең йәштәр ижады менән дауам итә.
Өс томдан торған «Балалар әҙәбиәте антологияһы»ның тәүге ике томында 141 автор йәлеп ителһә, өсөнсөһөнә лә ете тиҫтәгә яҡын ижадсыларҙың әҫәрҙәре тупланды, шуларҙың тиҫтәгә яҡыны – Стәрлетамаҡ ҡалаһы яҙыусылары. Китапты төҙөү- туплауға һәм сығарыуға яҙыусы Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина күп көс һалды.
Балалар донъяһы. Уның ниндәй генә яғын алып ҡарама, офоҡтарҙан яңы ғына ҡалҡҡан ҡояш кеүек, яҡты ҡарашы, сағыу зиһене һәм сафлығы менән бар тарафтарҙы ла биләй. Кешелектең тап ошо мәле хәтерҙә нығыраҡ уйылып ҡала ла, ғүмер буйы йәнгә рәхәтлек биреп, сағыуҙарҙан-сағыу усаҡ кеүек йылылыҡ өҫтәп тора.Шуға ла бала саҡты сағылдырған сәнғәт әҫәрҙәренең роле баһалап бөткөһөҙ. Әсәһенең сәңгелдәк йырынан башланған рухи ҡиблалар матур-матур әкиәттәр, хыял донъяһына илтер риүәйәт-легендалар, фекер тәрәнлеген үлсәр мәҡәл-әйтемдәр, сер йомғағы булған йомаҡтар менән бер рәттән һүҙ сәнғәте ынйыларына ла байый. Бөтә донъя шиғриәт көнө уңайынан һуңғы томға ингән беҙҙең ҡала авторҙарының шиғырҙарын тәҡдим итәбеҙ.
Тып-тын ғына йөрөй тынлыҡ,
Был – «Һуғыш» тигән һүҙ түгел,
Константин ВУКОЛОВ (Салауат РӘХМӘТУЛЛА тәржемәһе)
Вера НИКИТИНА (ҒӘЛИӘ ҒӘЛИӘСКӘРОВА тәржемәһе)
Ҡасан йәй етә һуң? Көтөп,
Иртәнсәк әйләнеп кил һин.
Тыңлаусан була алмам мин.
ОКСАНА САЛЬНИКОВА (Әлфиә ӘСӘҘУЛЛИНА тәржемәһе)
Ҡустыларға тыныс йоҡо теләп,
«Йәле, апай, йомаҡ ҡойсо», - тиҙәр,
Ә күҙҙәре, гүйә, йондоҙҙар.
Ай шуҡлығын күңелемә тиреп,
Мин дә бағам балҡып (мут апай»Ә)
«Өй башында ярты икмәк тора.
Йә, әйтегеҙ әле, кем абай? –
Шул ҡаласты эләктерам тиеп,
Өй башында бейей бер айыу.
Аҫта уны сәй әҙерләп көткән
Дүрт апайға әммә бер яулыҡ».
Ҡустыларым булып, күҙҙәремә
Һораву менән баға балалыҡ:
«Йомағыңа апай, апай, яуабыңды
Үҙең генә әйтсе, яраймы?!»
Серле генәмин дә йылмаям да
Ҡатмарланған һайын һорауҙарым,
Сағыуыраҡ балҡый йондоҙҙар.
Иртә ҡош тауыштары менән шауланы. Ҡояштың ҡыҙғылт ирендәре сағыу йылмайыу менән йорттар өҫтөнән балҡыны.
- Апрелде яратам! – тине өләсәһе.
- Уф! – тип Сёмка уфтанып алды. Төн буйы үҙ-үҙенә тыуған ризаһыҙлыҡ ҙурайғандан-ҙурая барҙы.
- Бала саҡта, хәтерләйем, беҙ был ваҡытта ҡайынлыҡҡп бәшмәк йыйырға йөрөй торғайныҡ…
- Бәшмәк?! – тип үҙ ҡолағына үҙе ышанманы Сёмка. – Ҡар аҫтында үҫәме ни ул?
- Бүрекбаш бәшмәктәр ҡар ирей башлау менән килеп сығалар, тағы ла – умырзаялар…
- Сәскәләр?! – тип тағы ла көслөрәк тауыш менән аптыраны ейәне.
- Эйе, эйе, иң тәүҙә умырзаялар ҡалҡып сыға, һуңғараҡ – бәпембә.
- Тимәк, был ай шулай уҡ сәскәле буламы инде? – тип үҙ алдына һөйләнгәндәй әкрен генә ҡабатланы малай.
- Борон-борон апрель айын сәскә айы тип тә йөрөткәндәр – ҡыҙыл талдар, ерек, умырзаялар сәскә ата…
Йә, бар, йүгер инде үҙеңдең баҡсаңа.
Гүзәлиә АРИТҠОЛОВА (Фәрзәнә ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА тәржемәһе)
Материалды Р.ҒӘЛИМОВА әҙерләне.