Ашҡаҙар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

«Рәсәй һылыуҡайы-2019» конкурсында республика данын Эльвира Ҡарамышева яҡлай

Кисә Мәскәүҙә илдең төп матурлыҡ конкурсы — «Рәсәй һылыуҡайы-2019» башланды. Унда Башҡортостан исеменән «Bashkirian Beauty» студияһы моделе, «Һылыуҡай-2016» башҡорт ҡыҙҙарының гүзәллек бәйгеһе еңеүсеһе, «Рәсәйҙең иң һылыу студенты 2017» Бөтә Рәсәй проекты финалсыһы Эльвира Ҡарамышева сығыш яһай.

Эльвираға 20 йәш, ул Күгәрсен районында тыуып үҫкән, Башҡорт дәүләт университетында уҡый. Ҡыҙ һүрәт төшөрөү менән мауыға, бокс һәм башҡорт фольклоры менән шөғөлләнә. Буйы — 176 сантиметр, параметрҙары 82-60-90.
Ойоштороусылар һүҙҙәренсә, быйыл «Рәсәй һылыуҡайы» дирекцияһына 75 меңдән ашыу ғариза килгән. Илдең иң сибәр 50 ҡыҙы ғына финалға үткән.
«Bashkirian Beauty» ҡыҙҙары «Рәсәй һылыуҡайы» конкурсында дүртенсе тапҡыр ҡатнаша, тип хәбәр итте студия директоры Линара Таһирова. 2017 йылда Альбина Әхтәмова «Икенсе вице мисс» исеменә лайыҡ булды, ә былтыр Земфира Байдәүләтова тәүге егерме иҫәбенә инде һәм иң матур милли кейем номинацияһында еңде.
«Рәсәй һылыуҡайы-2019» конкурсының финалы 13 апрелдә «Барвиха Luxury Village» концерт залында ойошторола. «Рәсәй һылыуҡайы» — илдең Мәҙәниәт министрлығы ярҙамында уҙғарылған абруйлы милли матурлыҡ конкурстарының береһе. Еңеүсегә затлы таштар һәм ынйы менән биҙәлгән аҡ алтын таж, аҡсалата бүләк тапшырыла, шулай уҡ уға «Донъя һылыуҡайы» һәм «Ғаләм һылыуҡайы» халыҡ-ара конкурстарында Рәсәй исеменән сығыш яһау мөмкинлеге бирелә.
http://www.bashinform.ru/news/1287368-bashkortostan-na-konkurse-miss-rossiya-2019-predstavit-elvira-karamysheva-/
Читайте нас: