Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Рәхәтләнеп көлдөк тә көлөүен...

Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрында Ә. Хәкимовтың «Ҡуштирәк» романы буйынса шул исемдәге пьесаһы ҡуйылды (режиссеры Айҙар Зарипов).

Тағы яңылыҡ һәм асыштар көткән икән беҙҙе. Белеп тә бөтөрмәйбеҙ икән әле ижади көсөн театрҙың. Рәхәтләнеп көлдөк тә көлөүен... Бында булған төрлө хәл-ваҡиғалар ҡайһы бер геройҙарҙы илатып та алды, тормош бит. Ҡуштирәк ауылы - ул беҙҙең донъя.Тик әҙерәк кенә «ҙурайтылып» күрһәтелгән. Кешеләр ҙә үҙ мәшәҡәте менән дә, ил мәшәҡәте менән дә геү киләләр. Эйе, шул тормош шауын ишеткәндәй-тойғандай булдыҡ табаһа. Фотоға ғына бер күҙ ташлағыҙ әле: ниндәй костюмдар, сәс-париктар, эшләпәләр. Ә мимика!.. Бейеүҙәр!.. Сәхнәлә геройҙар ҙа, предметтар ҙа иҫ киткес хәрәкәттә, бәйләнештә, һәр береһенең үҙ урыны, мәғәнәһе. Эй, Ҡуштирәк! Тарихмы һин? Пародиямы һин беҙҙең тормошобоҙға? Зәһәр генә ирониямы? Әллә иҫ киткес һағышмы һин, элегиямы? Яратып-һөйөп хәсрәтләнеүме? Эйе һәм юҡ та... Һәм барыһы ла бергә. Был пьесала һәр кем үҙ Ҡуштирәген табыр.
Рәйсә ИЛИШЕВА.
Читайте нас: