Ашҡаҙар
-13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Республиканың 100 йыллығына «Башҡорт туйы» спектаклен әҙерләйҙәр

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры «Башҡорт туйы» спектаклен әҙерләй. Ул Башҡортостан ойошторолоуҙың 100 йыллығына һәм башҡорт драматургияһына нигеҙ һалған Мөхәмәтша Буранғоловтың тыуыуына 130 йыл тулыуға арнала. Премьера 18 һәм 19 апрелдә уҙа.

Романтик драмала Юлдыбай менән Гөлзифаның саф мөхәббәте хаҡында һүҙ бара. Ғашиҡтар бала саҡтан йәрәшкән була, ләкин ҡыҙҙы икенсе кешегә кейәүгә бирәләр һәм хәҙер Юлдыбайға бер нимәгә ҡарамайынса һөйөклөһөн кире ҡайтарырға кәрәк.


«Спектакль республиканың 100 йыллығы һәм Бөтә донъя фольклориадаһы уңайынан сәхнәләштерелә. Аутентик Башҡортостан менән танышыу, мәҙәни контексты һәм республикаға исем биргән халыҡтың тамырҙарын аңлау һәм тойоу сит ил ҡунаҡтарына һәр ваҡыт ҡыҙыҡ, — тине театрҙың әҙәбиәт бүлеге мөдире Шәүрә Шәкүрова. — Хәҙер йәмғиәттә йолаларға, мәҙәниәткә ҡыҙыҡһыныу ҙур, был спектакль үткәнгә, тарихҡа ҡағылыу, туй йолаларын күрһәтеү, моңло йырҙар тыңлау мөмкинлеген бирә».


Сәхнә әҫәре йәштәр, балалар, өлкән быуын тамашасылары өсөн дә ҡыҙыҡлы.

Ҡуйыусы режиссер – Азат Йыһаншин, ҡуйыусы рәссам – Даян Тувалев, костюмдар буйынса рәссам – Айгөл Байрамғолова, хореограф – Сулпан Асҡарова, композитор – Илшат Яхин.

Спектаклдә башҡорт һәм рус труппалары артистары: Нәғим Нурғәлин, Илсур Хәбиров, Эльмира Саматова, Гөлбинә Сафуанова, Лилиә Исҡужина, Вадим Ҡылысов, Аида Күлбаева, Алтынай Хамматова һәм башҡалар ҡатнаша.

Читайте нас: