Ашҡаҙар
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәнғәт һәм мәҙәниәт
5 Апрель 2019, 13:24

«XXI быуатта Башҡортостан журналистикаһы» йыйынтығын бергәләп төҙөйөк

Республика халҡын «XXI быуатта Башҡортостан журналистикаһы» йыйынтығын төҙөргә саҡыралар. Китап республиканың 100 йыллығына һәм Башҡортостан Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһын булдырыуҙың 30 йыллығына арнала.
Мәҙәниәт һәм мәғариф учреждениелары ғилми хеҙмәткәрҙәренең, журналистарҙың, ғалимдарҙың, аспиранттарҙың, магистранттарҙың, бакалаврҙарҙың, тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙең башҡорт һәм рус телдәрендәге мәҡәләләре ҡабул ителә.
Йыйынтыҡта баҫтырыу өсөн түбәндәге йүнәлештәр тәҡдим ителә:
— Башҡортостан Республикаһында ваҡытлы матбуғаттың һәм киң мәғлүмәт сараларының барлыҡҡа килеүе һәм үҫеше (1919 — 2019);
— Башҡортостанда милли ваҡытлы матбуғат булдырыуҙа Шәһит Хоҙайбирҙиндың роле (1917 – 1924);
— Башҡортостан журналистикаһы һәм музей эше: 100 йыллыҡ тарих;
— ХХI быуаттың этномәҙәни үҙ-ара эш итеүендә Башҡортостан журналистикаһы;
— Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаттары.
Ҡатнашыу өсөн ғаризалар һәм мәҡәлә исеме, исем-шәриф (тулыһынса), ғилми дәрәжә, вазифа, эш урыны һәм бәйләнеш өсөн телефон яҙылған текстар 2019 йылдың 11 февраленән 15 июнгәсә ҡабул ителә. Электрон адрес: [email protected] («XXI быуатта Башҡортостан журналистикаһы» тигән билдә менән). Файлдың исемендә авторҙың фамилияһы күрһәтелергә тейеш.
Йыйынтыҡты баҫтырып сығарыуҙы ойоштороусы — Ш.Хоҙайбирҙиндың йорт-музейы. Хеҙмәттәр йыйынтығына ISBN, УДК, ББК халыҡ-ара индексы бирелә.
Йыйынтыҡты 2019 йылдың 9 октябрендә нәшер итеү күҙаллана. Китаптың исем туйы уңайынан республика конференцияһы уҙғарыла.
http://www.bashinform.ru/news/1293456-zhiteley-respubliki-priglashayut-k-sozdaniyu-sbornika-bashkirskaya-zhurnalistika-v-xxi-veke/
Читайте нас: