Ашҡаҙар
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәнғәт һәм мәҙәниәт
9 Апрель 2019, 12:24

Башҡорт ҡыҙҙарының «Һылыуҡай-2019» матурлыҡ конкурсының 12-се финалсыһы билдәле булды

Башҡорт ҡыҙҙарының «Һылыуҡай-2019» республика матурлыҡ конкурсының 12-се финалсыһы билдәле булды. Илебеҙҙең баш ҡалаһында «Мәскәү Һылыуҡайы-2019» конкурсының финалы уҙҙы.



Гран-приҙы Ырымбур өлкәһенән 20 йәшлек Зилиә Агишева яуланы. Ҡыҙ 2017 йылда «Һылыуҡай»ҙа ҡатнашып, икенсе урын алғайны. Асыҡ кастинг Башҡортостандан, Ырымбур һәм Силәбе өлкәләренән 18-25 йәшлек ҡатнашыусыларҙы йыйҙы.
Ә 11 сибәркәй Өфөләге кастингта һайлап алынды. «Башинформ» хәбәр иткәнсә, улар араһында Башҡортостандың ете районынан һәм өс ҡалаһынан вәкилдәр бар, Өфөнән бер ҡыҙ ҙа юҡ.

Республика халыҡ ижады үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, башҡорт ҡыҙҙарының «Һылыуҡай-2019» конкурсына әҙерлек тулы кимәлдә бара. Ҡыҙҙар баш ҡала үҙәгендәге заманса отелдәрҙең береһенә урынлашҡан. Алдағы өс аҙнала һылыуҡайҙар гала-тамашаға әҙерләнергә тейеш. Әлегә уларҙы стилистар, визажистар менән дәрестәр, фотосессия көтә.

Тиҙҙән тамашасылар Башҡортостан юлдаш телевидениеһының иртәнге «Сәләм» тапшырыуында ҡыҙҙар менән таныша алыр. Республикалағы иң күркәм сараларҙың береһенең финалы 27 апрелдә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында уҙа.



Читайте нас: