Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәнғәт һәм мәҙәниәт
9 Апрель 2019, 12:51

Быйыл өсөнсөгә “Аманат дуҫтарын йыя” йәйге йыр-моң фестивале үткәреләсәк

13 июлдә башҡорт сәнғәтен һөйөүселәр йәнә Ейәнсура районында осраша. Күркәм сараны урындағы эшҡыуарҙар - "Аманат" йәмғиәте уҙғара. Ойоштороусылар әйтеүенсә, быйылғы байрам йондоҙҙар сығышынан һәм бейеүхананан ғына тормаясаҡ.

Аманат кафеһына килеүселәрҙең яратҡан ризығы был. Бишбармаҡ, самса, бәлештәр. Милли ризыҡтарҙы ҡунаҡтар теләп ала. Былтыр "Аманат" кафеһы юл буйы хеҙмәтләндереүе буйынса иң яҡшыһы тип танылған. Билмән-мантылар менән кибеттәрҙе лә тәьмин итәләр.
Рәзинә Әминева, ашнаҡсы: “Көнөнә төрлөсә. 10-20 кг. быға тиклем мәктәптә эшләй инем, бында килдем”.
Рәзинә Әминева ише тағы ун кеше "Аманат" кафеһында даими эшләй. Йәй туйҙар, ғаилә тантаналары йышыраҡ үткәрелә-эшсе ҡулдарға ихтыяж да ҙурыраҡ. Яҡынса тағы 20-25 эш урыны асыла. Йәйен был төбәктән кеше өҙөлмәй, ти ейәнсуралар. 13 июль бар республика халҡын байрамға саҡыралар. "Аманат дуҫтарын йыя" фестивале быйыл өсөнсөгә уҙа.
Ләйлә Юлдашбаева, эшҡыуар: “Ҡош юлының дауамы. Йондоҙҙар килә. Спорт саралары, бизнес форум үтәсәк”.
Ойоштороусылар фестивалдә эшҡыуарлыҡ темаһына асыҡтан-асыҡ һөйләшеүҙәр ҙә үткәрергә ниәтләй. Был көнүҙәк мәсьәлә, ти район эшҡыуарҙары берләшмәһе рәйесе Нәжип Юлдашбаев. Уның әйтеүенсә, әле Ейәнсурала 500-гә яҡын эшҡыуар һәм күбеһе бары алыпһатарлыҡ менән шөғөлләнә.
Нәжип Юлдашбаев, Ейәнсура районы эшҡыуарҙар берләшмәһе рәйесе: “Ейәнсура- туристарҙы йәлеп итерлек төбәк. Тәбиғәте. Һәм ҡалалар яҡын. Ырымбур, Ҡыуандыҡ”.
Етештереү өлкәһен һәм туризмды үҫтереү. Ейәнсура эшҡыуарҙары бөгөн ошо йүнәлештәргә иғтибар бүлә. Һунарсылыҡ һәм балыҡсылыҡ, агротуризмды йәйелдереү өсөн мөмкинлектәр бар, ти улар. Дәүләт ярҙамына иҫәп тотһалар ҙа, ейәнсуралар күберәк үҙҙәренә ышана.
Автор: Миңзиә Каспранова.
https://bash.news/news/93694_byjyl_snsg_amanat_dutaryn_jyya_jjge_jyrmo_festivale_tkrelsk?lang=bash
Читайте нас: