Ашҡаҙар
-14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәнғәт һәм мәҙәниәт
9 Апрель 2019, 12:01

Өфөлә «Бирешмә!» беренсе балалар премияһы еңеүселәре лайыҡлы наградаларын алды

«Бирешмә!» беренсе балалар премияһының тәүге еңеүселәре үҙҙәренең лайыҡлы наградаларын алды. Республиканың төрлө мөйөштәренән — Ишембай, Учалы, Йылайыр, Архангел, Бөрйән райондарынан һәм Өфөнән ете үҫмер иң яҡшыһы тип танылды. Башҡорт йәштәре араһында абруй менән файҙаланған шәхестәрҙән һәм «Бирешмә!» төркөмөнән торған жюри ете номинацияла еңеүселәрҙе билдәләне:


1.Бирешмә! Телде үҫтер! Ләйсән Золотарева — башҡорт телен үҫтереүе, әҙәбиәтте һәм фольклорҙы пропагандалауы өсөн;


2. Бирешмә! Көслө бул! Илнур Ғарипов — спортта ҙур еңеүҙәргә өлгәшкән көслө үҫмерҙәргә;


3. Бирешмә! Ярҙам ит! Ирек Үмәрбаев — бәләгә тарығандарға ярҙам ҡулы һуҙған йәш батырҙарға;


4. Бирешмә! Белемгә ынтыл! Сафия Хазиморатова — уҡыуҙа һәм фәндә уңыштарға ирешкән ҡыҙыҡһыныусан уҡыусыларға;


5. Бирешмә! Ереңде һаҡла! Гүзәл Шәрәфетдинова — тәбиғәтте һаҡлауға үҙ өлөшөн индергән йәш экологтарға;


6. Бирешмә! Ижад ит! Эвелина Вәхитова — сәнғәттә үҙҙәренең һүҙҙәрен әйтергә ынтылған йәш ижадсыларға;


7. Бирешмә! Медиадонъяны яула! Зилиә Буранбаева — йәш журналистарға, режиссерҙарға, операторҙарға, рәссамдарға, фотографтарға, блогерҙарға.


Стәрлебаш районынан Рафиҡ Шароян һәм Өфөнән Айгөл Ибраһимова махсус бүләктәр алып ҡыуанды.


Йәш булыуҙарына ҡарамаҫтан, һәр еңеүсенең хеҙмәттәре байтаҡ, уларға еңел булмаған тормош һынауҙарын үтергә тура килгән. «Башҡортостан» дәүләт концерт залына йыйылған тамашасылар беренсе лауреаттарҙың еңеү шатлығын бүлеште. Еңеүселәргә наградаларҙы республикала билдәле шәхестәр, ведомство етәкселәре, депутаттар тапшырҙы.


Башҡортостан Башлығының Ижтимағи-сәйәси үҫеш идаралығы етәксеһе Урал Килсенбаев «Бирешмә!» премияһының әһәмиәтен ҙур булыуын билдәләне, сөнки ул үҫмерҙәрҙе изге эштәргә дәртләндереүгә йүнәлтелгән. Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров ата-әсәләрҙе балалар менән «Тамыр» телеканалы тапшырыуҙарын ҡарарға саҡырҙы.


36 тапҡыр донъя чемпионы Вил Ғабдуллин йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов менән спортсы Илнур Ғариповҡа премияны биргәндә һуҡыр йөҙөүсенең рух көсөнә һәм оптимист булыуына һоҡланыуын йәшермәне.



«Минең өсөн «Бирешмә!» премияһының төп ҡиммәте — балаларҙың уңыштарҙы танырға һәм тиҫтерҙәре өсөн ҡыуанырға, үҙҙәренең ҡылығын, ҡаҙаныштарын анализларға һәм баһа бирергә өйрәнеүендә, — ти «Тамыр» телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина. — Беренсе премияны тапшырыуҙы ҙур изгелек байрамына әүерелдерергә ярҙам иткәндәрҙең барыһына: «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының һоҡланғыс коллективына, спонсорҙарға һәм партнерҙарға рәхмәтлемен! Оҫталыҡ һәм һиҙгерлек өсөн «Тамыр» телеканалы коллективына айырым рәхмәт! Режиссер Гөлсәсәк Игебаева, мөхәррир Гөлшат Ғәлиуллина, рәссамдар, операторҙар, ассистенттар проектты тормошҡа ашырыу өсөн бөтә күңелен һалды».

«Бирешмә!» беренсе балалар премияһының төп маҡсаты — ҡыйыулыҡ һәм әүҙем гражданлыҡ позицияһын күрһәткән, тормошта ауыр хәлдәрҙе еңеп сыҡҡан һәм һайлаған юлында ҙур уңыштарға өлгәшкән балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе хөрмәтләү, рәхмәт белдереү. Конкурста 137 бала ҡатнашты.

Читайте нас: