Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәнғәт һәм мәҙәниәт
11 Апрель 2019, 13:17

«Башҡортостан һылыуы — 2019» матурлыҡ конкурсы финалында 18 ҡыҙ ҡатнаша

13 апрелдә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында VIII «Башҡортостан һылыуы — 2019» республика гүзәллек конкурсының финалы уҙа. Унда республиканың төрлө мөйөштәренән 18 ҡыҙ ҡатнаша.

Ҡыҙҙарға 15-24 йәш, улар төрлө милләттән. Улар, башлыса, юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары студенттары, ләкин араларында эшләп йөрөгән ҡыҙҙар — менеджерҙар, ресторан, банк хеҙмәткәрҙәре лә бар. Ҡатнашыусыларҙың буйы — 157-177 сантиметр.

«Быйыл беҙ буй-һынға талапты бөтөрҙөк, туғыҙ оҙон буйлы һәм туғыҙ ҡыҫҡа буйлы ҡыҙҙарҙы алдыҡ, — тине «Башҡортостан һылыуы» модель агентлығы етәксеһе Луиза Закирйәнова. — Конкурс ғәҙәти этаптарҙы күҙ уңында тота: визитка, дөйөм бейеү, киске күлдәктәрҙә сығыу, туй дефилеһы һәм өс интеллектуаль этап».

Конкурстың репетициялары башланған да инде. Ҡыҙҙарҙы бер үк стилдә фотоға төшөргәндәр. Финалсыларҙың фотолары һәм улар хаҡында мәғлүмәт — конкурстың рәсми төркөмөндә.


Төп бүләк — халыҡ-ара, ил кимәлендәге конкурстарҙа ҡатнашыу һәм 100 мең һум. Конкурс призерҙары аҙаҡ халыҡ-ара матурлыҡ конкурстарында Башҡортостан һәм Рәсәй исеменән сығыш яһай. Әйтәйек, 2016 йылда еңеүсе булған Галина Лукина 2018 йылда Рәсәй исеменән 1954 йылдан алып үткәрелгән «Мисс Интернешнл» матурлыҡ конкурсында ҡатнашты.


Хәҙер ғәмәлдәге «Мисс Рәсәй Интернешнл» Галина Лукина һәм «Мисс Рәсәй Гранд Интернешнл» Тәлиә Айбедуллина (Ульяновск) жюри составына саҡырылған.


Йыл һайын конкурста хәйриәлек йүнәлеше бар. Төрлө йылдарҙа балалар йортонда тәрбиәләнеүселәргә, ҡарттар йортондағыларға һәм хайуандарға ярҙам йөҙөнән проекттар тормошҡа ашырылды. 2018 йылда приюттағы эттәр өсөн 3,3 тонна аҙыҡ йыйылды. Быйыл да ҡатнашыусылар хайуандарға ярҙам итеү өсөн аҡса йыя.

Читайте нас: