Бөтә яңылыҡтар
Сәнғәт һәм мәҙәниәт
11 Апрель 2019, 13:54

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрын Ҡазандағы гастролдәр ваҡытында бүләкләнеләр

Татарстандың баш ҡалаһында Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының республиканың 100 йыллығына һәм театрҙың бер быуатлыҡ юбилейына арналған гастролдәре уңышлы тамамланды. Гастроль спектаклдәре Ғ.Камал исемендәге Татар академия театры сәхнәһендә уҙҙы.

Тамашасыларҙың яратҡан, Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Фидан Ғафаровҡа, режиссер, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Айрат Абушахмановҡа, актриса Римма Ҡаһармановаға Татарстан Республикаһының почет грамоталары тапшырылды.
Актер, Урал батыр ролен башҡарыусы, Ш.Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Ринат Баймырҙин, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Радик Сафин, театрҙың гастролдәрҙе ойоштороу буйынса вәкиле Нина Рамазанова мәҙәниәт министрының рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
«Биш көн буйына аншлаг булды,ә Татар театрының тамашасылар залы 700-ҙән ашыу кешене һыйҙыра. Башҡорт театры артистары тамашасы хөкөмөнә һуңғы йылдарҙағы премьераларын һәм ҡазандар яратып өлгөргән спектаклдәрен тәҡдим итте: «Урал Батыр» үлемһеҙлек тураһында ҡобайыры, Гүзәл Яхинаның әҫәре буйынса «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектакле, «Баллы, тирәкле Балтирәк» лирик комедияһы (Ә.Ишбулдина), «Һөйәһеңме, һөймәйһеңме» трагикомедияһы (Ф.Бүләков), «Иң бәхетле төн» мелодрамаһы (А. Касон), «Бәхет хаҡы» музыкаль мелодрамаһы (Х.Мөҙәрисова). Һәр спектаклдән һуң театрыбыҙ коллективы һоҡланыулы баһалар һәм тәьҫораттар алды», — тип һөйләнеләр театрҙың матбуғат хеҙмәтендә.
http://www.bashinform.ru/news/1295456-bashkirskiy-dramteatr-imeni-mazhita-gafuri-nagradili-vo-vremya-gastroley-v-kazani/
Читайте нас в