Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәнғәт һәм мәҙәниәт
23 Апрель 2019, 18:37

Башҡортостандың халыҡ шағиры, Өфөнөң почетлы гражданы Рауил Бикбаев арабыҙҙан китте

Бөгөн 81-се йәшендә Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев оҙайлы ауырыуҙан һуң вафат булды.

Башҡорт шағиры, әҙәбиәт белгесе, депутат, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитеты рәйесе. Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы, Ғ. Сәләм, Рәми Ғарипов, Зәйнәб Биишева исемендәге премиялар лауреаты, филология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Сыуаш Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Өфө ҡалаһының почетлы гражданы, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы. Почет, Дуҫлыҡ, Салауат Юлаев һәм «Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордендары менән бүләкләнгән. Башҡортостан Гимны авторҙарының береһе.
Рауил Төхвәт улы Бикбаев 1938 йылдың 12 декабрендә Ырымбур өлкәһенең Үрге Ҡунаҡбай ауылында тыуған. Ул 30-ҙан ашыу шиғырҙар, әҙәбиәт ғилеме һәм ғилми-тикшеренеү китаптары авторы.
Ҡайһы бер әҫәрҙәре немец, төрөк, украин, ҡаҙаҡ, яҡут, сыуаш, ҡарағалпаҡ, алтай һәм башҡа телдәргә тәржемә ителгән.
Мәрхүм менән хушлашыу кесаҙна, 25 апрелдә,Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙа иртәнге сәғәт 11-ҙә була.
http://www.bashinform.ru/news/1301449-ushel-iz-zhizni-narodnyy-poet-bashkortostana-ravil-bikbaev/
Читайте нас: