Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәнғәт һәм мәҙәниәт
25 Апрель 2019, 10:31

Республика тарихы буйынса диктант

Башҡортостанда 26 апрелдә республика тарихы буйынса диктант ойошторола. Диктантты үткәреү Башҡортостан ойошторолоуҙың 100 йыллығына арналған.

«Диктант республикала йәшәүселәрҙең төйәктең һәм унда йәшәгән халыҡтың тарихы буйынса белем кимәлен тикшерергә мөмкинлек бирә. Сара илдең һәм кесе Ватаныбыҙҙың тарихына ҡыҙыҡһыныу уятыр, халыҡҡа аң-белем таратырға булышлыҡ итер тип ышанабыҙ», — тип билдәләне ойоштороусылар.
Акцияны Башҡорт дәүләт университетының Тарих һәм дәүләт идара итеүе институтының Башҡорт халҡы тарихының ғилми-мәғариф үҙәге ойоштора. Тарихи диктантты уҙғарыу майҙансыҡтары — университеттың Стәрлетамаҡ, Сибай, Бөрө һәм Нефтекама филиалдарында.
Унда рус телен белгән һәр кем ҡатнаша ала. Белеме, йәше, милләте һәм дине мөһим түгел. Акцияла ҡатнашыу аноним һәм ирекле.
http://www.bashinform.ru/news/1301954-v-bashkirii-proydet-diktant-po-istorii-respubliki/
Читайте нас: