Гармун моңдарын һаҡлап ҡалыу һәм йәш быуынға тапшырыуҙы төп маҡсат итеп ҡуйған бәйге уҙғарыу ҡалабыҙҙа күптән матур йолаға әүерелде. Йыл һайын бында яңынан-яңы исемдәр асыла. 17 йәшкә тиклем һәм 17 йәштән өлкәндәр, ансамблдәр төркөмөнә бүлеп үткәрелһә лә, был конкурста һәр быуынды, һәр гармунсыны моң берләштерҙе, дәртләндерҙе.
Мәртәбәле жюри конкурста ҡатна-шыусыларҙы ныҡлы һынаны, шул иҫәптән гармунда көйҙө дөрөҫ башҡарыу оҫталығына ҡарап та. Шулай итеп, 17 йәшкә тиклемгеләр араһында беренселекте Валерий Савинов алһа, 17 йәштән өлкәндәр араһында – Владимир Петров, ә Гран-приға бына, жюри ағзаларын әсир итеп, йәш гармунсы Степан Лобода (һүрәттә) лайыҡ булды! Ошо етенсе класта ғына уҡыған малайҙың уйнағанын күрһәгеҙ, әй! Ул гармунды беренсе тапҡыр ҡулдарына мәктәпкә уҡырға төшкәнсе үк ала. Биш йәшендә музыкаль мәктәптә аккордион класында уҡый, әммә гармун уны нығыраҡ ҡыҙыҡһындыра һәм ул ошо музыкаль ҡоралға өҫтөнлек бирә. Башта малай үҙ аллы шөғөлләнә, ә аҙаҡ Ҡала мәҙәниәт һарайында “Иркен” гармунсылар ансамбленә килә. Ансамблдең етәксеһе Радик Ғәлимйәнов гармунда уйнарға теләктәре булған малайҙарҙы туплап, ансамбль ойоштора, ентекләп гармунда уйнау серҙәренә өйрәтә. Әйткәндәй, уҡыусыларының уңыштарына ҡыуанған остаз егеттәренә үҙенән дә бүләк әҙерләгәйне. Төп бүләк, әлбиттә – гармун!
– Хәҙерге заманда ҡала мөхитендә үҫкән балаларҙың гармунда уйнауҙары ҡыуандыра, ә ошондай кимәлдә һыҙҙырыуҙарын күргәс, бигерәк тә ҡәнәғәтмен, – тип баһаланы был бәйгене жюри рәйесе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес Әбүбәкиров. Ысынлап та, ошондай егеттәр барҙа, гармун һандуғастай һайрар ҙа һайрар әле.
Конкурс тамам, әммә Степанға Янауылда артабан ҡала исемен яҡлайһы бар әле. Гармунсының моңо тағы ла нығыраҡ урғылһын әйҙә!
Ҡала мәҙәниәт һарайы методисы.