Ашҡаҙар
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Республикала 2019 йылдың тел гранттары конкурсы еңеүселәре билдәләнде

Башҡортостан Башлығының дәүләт һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға, үҫтереүгә йүнәлтелгән гранттары конкурсын үткәреү буйынса комиссия 2019 йылғы еңеүселәрҙе иғлан итте.

Мәҙәниәт министрлығы сайтында хәбәр ителеүенсә, 31 проект дәүләт ярҙамына лайыҡ булды. Грант ярҙамы менән «Мосафир» этник музыка форумы, «Һаумы, һаумы, әкиәт!» донъя халыҡтары әкиәттәрен йәш башҡарыусыларҙың төбәк-ара конкурсы, Балаҡатай районында халыҡ байрамдары һәм йолалары фестивале, милли туй йолалары республика фестиваль-конкурсы һәм башҡа проекттар ойошторола. Республиканан ситтә Ҡоролтай Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәрен уҙғара.

Өфө районының Ҡыҙыл Яр ауылы мәктәбе профилле лингвистик лагерҙың тәжрибә майҙансығында «Рус телен туған тел итеп уҡытыуҙың этномәҙәни аспекты» тигән сара үткәрә, Мордва милли-мәҙәни үҙәге мордва халҡының күренекле мәғрифәтсеһе Авксентий Юртовҡа арналған сара әҙерләй.

Заманса мәғариф проекттары айырыуса ҡыҙыҡһыныу уята. Улар – «Балалар» өйрәтеүсе интернет-порталы, башҡорт телен үҙаллы өйрәнеү өсөн «Интерактив башҡорт теле» веб-ресурсы, Android платформаһында башҡорт телендәге һүҙҙәрҙе иҫтә ҡалдырыу һәм өйрәнеү өсөн мобиль ҡушымта.

Грант аҡсаһына «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрендә һуҡырҙар өсөн мультителле аудиокитаптар», «Төньяҡ-көнбайыш башҡорттары: тел, тарих, мәҙәниәт» фәнни-популяр китаптар серияһын сығарыу күҙаллана.

Читайте нас: