Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостан төрки телле театрҙарҙың VI «Туғанлыҡ» халыҡ-ара фестивален ҡабул итә

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Өфөлә төрки телле театрҙарҙың VI «Туғанлыҡ» халыҡ-ара фестивален үткәреү тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, республика ойоштороу комитеты составы, шулай уҡ ҙур театр форумына әҙерлек һәм уны уҙғарыу планы раҫланды.

Бынан алда агентлыҡ хәбәр иткәнсә, 23-30 майҙа республиканың баш ҡалаһына Башҡортостандан, Татарстандан, Азербайжандан, Ҡаҙағстандан, Ҡырғыҙстандан, Тыванан, Ҡырымдан, Хакасиянан, Төркиәнән, Үзбәкстандан, Алтайҙан һәм Ғағаузиянан төп театр коллективтары йыйыла. Аҙна буйына Өфө сәхнәләрендә 13 спектакль күрһәтелә.
Башҡортостан М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының «Зөләйха күҙҙәрен аса» һәм Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең «Өс таған» спектаклдәрен тәҡдим итә.
Фестиваль барышында «Мәҙәниәттәр диалогы һәм төрки телле театр» халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция үткәреү, уның материалдары буйынса мәҡәләләр йыйынтығын сығарыу күҙаллана.
28 майҙа Ҡырмыҫҡалы районының Тауһеңер ауылы янында Театр йыйыны (Һабантуй) ойошторола. Йола буйынса, фестивалдә ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы Башҡортостан халыҡтарының милли ризыҡтары, төрлө ярыштар: тоҡ менән йүгереү, көршәк ватыу, ҡалаҡҡа йомортҡа һалып йүгереү, ат сабышы, ҡатыҡтан тәңкә эҙләү, арҡан тартышыу, уҡтан атыу, интеллектуаль конкурс көтә. Һабантуйҙың төп тамашаһы – көрәш. Еңеүсегә һарыҡ бирелә. Сәғәт 11-ҙә башлана.
http://www.bashinform.ru/news/1305468-ufa-primet-vi-mezhdunarodnyy-festival-tyurkoyazychnykh-teatrov-tuganlyk/
Читайте нас: