Ашҡаҙар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

«Kurai Battle» төбәк-ара йәштәр музыка фестивале ойошторола

Өфөлә «Kurai Battle» төбәк-ара йәштәр музыка фестивале ойошторола. Унда 10 йәш сағыу башҡарыусы ҡурайҙа үҙ-ара ярыша.

Конкурс ике этапта уҙа — һайлап алыу туры һәм гала-концерт. Финал 28 майҙа Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында була. Проекттың төп маҡсаты — йәш ҡурайсыларҙы асыҡлау һәм уларға ярҙам итеү, ҡурайҙың мөмкинлектәрен заманса форматтарҙа күрһәтеү.
«Фестивалдә йәш ҡурайсылар, этно-төркөмдәр, эстрада-джаз оркестры ҡатнаша. Был музыкаль ринг, ҡыҙыҡлы алыш, эксперимент була. Музыкаль турнирҙа йәш һәм ҡыйыу башҡарыусылар бер-береһе менән күҙмә-күҙ осраша», — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына ойоштороусыларҙың береһе Земфира Рәшитова.
Жюриҙа Башҡортостандың мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре эшләй. Еңеүсегә бүләк — студияла яҙҙырыу (аранжировка), клип төшөрөү, федераль каналдарҙа күрһәтеү, шулай уҡ фестиваль партнерҙары менән гастроль туры.
Проект «Таврида» Бөтә Рәсәй йәштәр мәғариф форумында Йәштәрҙең ижади башланғыстарына булышлыҡ күрһәтеү үҙәгенең һәм Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡтың грант ярҙамын алды.
Фестивалде ойоштороусылар: Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ, Йәштәрҙең ижади башланғыстарына булышлыҡ күрһәтеү үҙәге, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, Мәҙәниәт министрлығы, Башҡортостандың Йәш яҡташтар ассоциацияһы, Ҡурайсылар берекмәһе.
http://www.bashinform.ru/news/1304241-v-ufe-sostoitsya-mezhregionalnyy-molodezhnyy-muzykalnyy-festival-kurai-battle/
Читайте нас: