Ашҡаҙар
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

«Тамыр» телеканалының ике эше «ТЭФИ-Kids» Рәсәй телевизион премияһы финалына сыҡты

«Тамыр» телеканалының бер юлы ике эше «ТЭФИ-Kids 2019» Рәсәй милли телевизион премияһының финалына сыҡты.

«Тау-тау хәбәр» проекты «Балалар өсөн аҙналыҡ мәғлүмәт программаһы» номинацияһында өс финалсы иҫәбенә инде. Ул «Карусель» федераль каналының «Навигатор. Яңылыҡтар» һәм «Хәйерле иртә, кескәйҙәр!» тапшырыуҙары менән ярыша.
«Тамыр»ҙың «Геройҙар беҙҙең арала» фильмы — «Телевизион фильм/балалар өсөн сериал» номинацияһында көслөләр иҫәбендә. Башҡорт документаль фильмының дәғүәселәре — беренсе каналдың «Яңы йыл Ералашы» һәм «Рәсәй-1» каналының «Һуңғы батыр»ы.
«Мин «Тамыр»ҙың шәп командаһын ҡотлайым, — ти «Тамыр» балалар-үҫмерҙәр телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина. — Федераль каналдар менән бер компанияла көслөләр иҫәбендә булыу — бик яҡшы һөҙөмтә. Беҙ «Тамыр»ҙа балалар тапшырыуҙарын ҙур һөйөү һәм яуаплылыҡ менән әҙерләйбеҙ. Һәр кем балалар өсөн программаларҙы өлкәндәр өсөн кеүек, ләкин күпкә яҡшыраҡ, нәфисерәк, мәҙәнилерәк һәм камилыраҡ итеп эшләргә кәрәклеген һәр ваҡыт иҫендә тота. Режиссер Адель Һөнәрғолова, мөхәррир Татьяна Никитина, монтажер Шамил Хәмитов, оператор Руслан Бикбаев һәм «Тау-тау хәбәр»ҙең татыу командаһы — беренсе «ТЭФИ-Kids 2019» премияһының «Көмөш дипломдар»ына эйә. Ләкин беҙ «алтын»ға өмөтләнәбеҙ».
«ТЭФИ-Kids 2019» милли премияһы еңеүселәре 18 июндә Мәскәүҙә бүләкләү тантанаһында иғлан ителә. Еңеүселәрҙе федераль каналдар вәкилдәренән, медиаиндустрия профессионалдарынан, билдәле алып барыусыларҙан, журналистарҙан, Рәсәй телевидениеһы академияһы ағзаларынан торған жюри билдәләй.
Премияны ойоштороусы — Рәсәй телевидениеһы академияһы.
http://www.bashinform.ru/news/1313476-dve-raboty-telekanala-tamyr-vyshli-v-final-rossiyskoy-televizionnoy-premii-tefi-kids/
Читайте нас: