Бөтә яңылыҡтар

«Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивале өфөләрҙе балға саҡыра

Быйыл «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивале барышында яңы сара — «Беренсе бал» уҙғарыла. Ойоштороусылар баш ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарын бейеүселәргә ҡушылырға саҡыра.

«Беренсе бал» 13 июндә «Торатау» конгресс-холы янындағы Өфө амфитеатрында «Симфоник төн» алдынан була, тип хәбәр иттеләр республика Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә. Киске сәғәт 7-лә башлана.
Дирижер Линар Дәүләтбаев етәкселегендәге Йәштәр симфоник оркестры популяр классик әҫәрҙәрҙе — П. Чайковскийҙың «Йоҡоға талған һылыуҡай» балетынан вальс, И.Штраустың «Радецкий маршы»н һәм башҡа көйҙәрҙе башҡара.
Кисә Өфө амфитеатрында күләмле бейеү шоуының репетицияһы уҙҙы.
«Был майҙансыҡҡа тәүге тапҡыр ошондай күп бейеүсе йыйыла. Улар — Башҡорт хореография колледжы, Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институты студенттары, Өфө мәктәптәре уҡыусылары. Ошо көндә амфитеатрға килгән бөтә тамашасыларҙың да әлеге сараға ҡушылыу һәм уның бер өлөшө булыу мөмкинлеге бар», — тип билдәләне ойоштороусылар.
12-15 июндә Өфөлә «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивале ойошторола. Уның барышында илебеҙҙең танылған артистары ҡатнашлығында концерттар була.
Башинформ.
Читайте нас в